Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август , 15:40

Өфөгә Запорожье өлкәһенән балалар килде

Улар ВУЗ-ара кампусҡа сәйәхәт ҡылды.

Өфөгә Запорожье өлкәһенән балалар килде
Өфөгә Запорожье өлкәһенән балалар килде

Башҡортостанға уҡыусылар “Университет сменалары” проекты буйынса  килгән. Проектты Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, РФ Мәғариф һәм фән министрлығы “Беренселәр Хәрәкәте” менән берлектә тормошҡа ашыра. Балаларҙы ВУЗ-ара кампус резиденты – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт Педагогия Университеты ҡабул иткән.

Уҡыусылар Евразия Фәнни-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы макетын ҡараны, төҙөлөш, белеүебеҙсә, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында алып барыла. Ҡунаҡтар тағы ла “Берлога” милли платформаһындағы Бөтә Рәсәй киберфизик инновациялар үҙәгендә булды.

Смена етәксеһе, Аҡмулла исемендәге университет технопаркының директор урынбаҫары Эльвира Шәймөхәмәтова билдәләүенсә, программа балалар өсөн ял һәм яңы белем үҙләштереү маҡасатында бойомға ашырыла. Үткән аҙнала Запорожье уҡыусылары Евразия күсмә халыҡтар музейына һәм Башҡортостан Милли музейына сәйәхәт ҡылған. Ойоштороусылар уҡыусыларҙың киләсәктә Өфөгә белем алырға килеүенә өмөт белдерә.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: