Рәсәйҙең Оборона министрлығының федераль проекты булған Әрме мәҙәниәте көндәре 27 августҡа тиклем дауам итәсәк. Көн дә киске 18-00 сәғәттән баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарын сағыу тамашалар ҡыуандырасаҡ.
Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу, төрлө тематик күргәҙмәләр асылыу менән бер рәттән Совет майҙанында бөгөн Әрме мәҙәниәте көндәрен тантаналы асыу уҙасаҡ.
Бында Рәсәйҙең Дәүләт флагы көнө айҡанлы флагтар парадынан тыш “Көҙ романтикаһы” Өсөнсө Халыҡ-ара классик музыка фестивален асыу концерты уҙа. Ул һуғыш йылдары йырҙарына арналған. Тамашала Асҡар Абдразаҡов, Василий Ладюк, Оксана Волкова, Башкортостандың дәүләт академия симфоник оркестры һәм хор коллективтары сығыш яһай.
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-08-22/v-bashkirii-startuyut-dni-armeyskoy-kultury-4357475