Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август , 16:19

Үҙенсәлекле тамашаға рәхим итегеҙ!

Совет майҙанында “Мираҫ” менән Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамблдәренең сығыштары көтөлә. Концерт Өфөләге Әрме мәҙәниәте көндәре сиктәрендә уҙа.

Үҙенсәлекле тамашаға рәхим итегеҙ!
Үҙенсәлекле тамашаға рәхим итегеҙ!

Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле – Рәсәйҙең иң боронғо әрме ансамблдәренең береһе. Ул 1939 йылда булдырылған. 80 йылдан ашыу ижад дәүерендә улар 10 миллион тамашасыға 70 меңдән ашыу концерт ҡуйған.

Ансамбль репертуарында – хәрби-патриотик йырҙар, халыҡ бейеүҙәре, классика әҫәрҙәре, Бөйөк Ватан һуғышына арналған композициялар.

“Мираҫ” ансамбле, мәғлүм булыуынса, 1992 йылда төҙөлә. Улар Башҡортостандың иң сағыу, үҙенсәлекле коллективтарының береһе. Концертта “Мираҫ” башҡорт халыҡ сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләре менән сығыш яһаясаҡ: “Салауатҡа дан!”, “Илкәйем”, “Маршрут” башҡорт яугирҙары бейеүе, “Ҡул оҫталары” башҡорт лирика бейеүе, хор һәм инструменталь әҫәрҙәр һәм башҡалар.

Сара 24 август киске сәғәт алтыла башланасаҡ.

 

Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-08-16/v-ufe-vystupyat-miras-i-ansambl-pesni-i-plyaski-tsentralnogo-voennogo-okruga-4351059 

 

 

Үҙенсәлекле тамашаға рәхим итегеҙ!
Үҙенсәлекле тамашаға рәхим итегеҙ!
Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: