2025 йылдың 25 сентяберендә республиканың төп милли радиоһы 25 йәшлек юбилейын билдәләй. Яратҡан радиобыҙҙы һәм уның күп һанлы тыңлаусыларын ҡотларға «Өфө-Арена»ның ҙур сәхнәһенә Башҡортостан, Татарстан, Мәскәү, Ҡазағстан, Ҡытайҙан популяр башҡарыусылар йыйыла.
Халыҡ-ара фестивалдә Элвин Грей, Ильсия Бәҙретдинова, “Бишбармак” оркестры, Зәйнетдин, Акимхан Маженов һәм Аҡбота Көснәдин, Нәзифә Ҡадырова, Айҙар Ғәлимов, Иҙрис Ғәзиев, Рөстәм Ғиззәтуллин, BABY TI һәм Азамат Тимеров, Фәдис Ғәниев һәм Лилиә Биктимерова, Фәрүәз Урманшин һәм Резеда Әминева, Гөлназ Асаева һәм Вилли, Зинира һәм Ризат Рамазановтар, Рәсул Ҡарабулатов, Азат Йыһаншин, Иҙел Нурғәлин, Эдуард Хөснөтдинов, Сәғиҙулла Байегет, Гөлсөм Бикбулатова, Рамазан Биккинин, Ильнур Рамазанов, ХуанСу, Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия бейеү ансамбле һәм башҡа популяр артистар сығыш яһай.
Сирек быуат дауамында «Юлдаш» - республика рупорына әйләнгән радио, халыҡты тәүгеләрҙән яңылыҡтар менән таныштыра, рәсми мәғлүмәттәр еткерә, халыҡ менән һайлау кампанияларында ҡатнаша, баҫыу эштәрен яҡтырта, иҡтисад, социаль тормош, еңеүҙәр һәм проблемалар тураһында һөйләй, мохтаждарға ярҙам итә, донъяға һибелеп йәшәгән милләттәштәрҙе берләштерә, хәйриә акциялары ойоштора, матур йолаларҙы, телде, рухты һаҡлай, тарихты оноттормай, шул уҡ ваҡытта заман менән бергә атлай. Тимәк, Башҡортостандың айырылғыһыҙ бер өлөшө булып эшләй һәм йәшәй. Шуның өсөн дә төп ниәт: Юлдаш радиоһының юбилейын халыҡ байрамы итеп билдәләү.
«Беҙҙең көндәлек хеҙмәтебеҙ, тәүлек әйләнәһенә эшләгән эфир, тапшырыуҙар һәм йырҙар, һөйөүебеҙ – барыһы ла тыңлаусыларыбыҙ өсөн. Беҙ был көндөң «халыҡсан» радионың тыңлаусылары күңеленә йондоҙло ҡунаҡтар менән генә түгел, 25 йыл дауамында оҙата килгән моңло йырҙар, иҫтәлекле бүләктәр, йылы мөхит, илһамландырыр осрашыуҙар менән хәтерҙә ҡалыуын теләйбеҙ. Барығыҙҙы ла беҙҙең уртаҡ байрамда көтәбеҙ!"- тиҙәр ойоштороусылар.