“Өфө тамашасыларын яратмаймы әллә, йәнатарҙары менән фотоға төшөүҙән баш тартты”, - тиелә бер видеояҙмала.
Бынан бер нисә ай элек башҡорт телен һәм мәҙәниәтен донъяға танытҡан “AY YOLA” төркөмө тынғыһыҙ сәхнә тормошо менән йәшәүен дауам итә: улар Рәсәй буйлап ҡына түгел, Ҡаҙағстанда ла сығыштары менән ҡыуандырҙы, ә Мәскәүҙә билдәле йондоҙ Дима Биландың концертында меңләгән тамашасы алдында “Һомай” йырын уның менән бергә башҡарҙы.
Бынан өс аҙна самаһы элек социаль селтәрҙәрҙең береһендә Артур исемле тамашасының ҡуйған видеоһы халыҡты ҡуҙғытып ебәрҙе.
“Төркөмдөң солисткаһы Өфө тамашасыһын яратмаймы әллә? Башҡа ерҙәрҙә йәнатарҙары менән ихлас фотоға төшә, был юлы йөҙөн капюшон менән ҡаплап үтеп китте, һаҡсылары башҡаларҙы янынан этте, беҙ ауырлы ҡатыным менән фотоға төшә алмай тороп ҡалдыҡ”, - ти ул. Яҙма ҡыҫҡа ваҡыт эсендә меңдән ашыу комментарийҙар йыйҙы, улар араһында төркөм солисы Ринат Рамаҙановтың да хәлде асыҡлап яҙған һүҙҙәре бар.
“Беҙ йоҡламайынса, йүнләп ашамайынса, сығыш яһай-яһай меңләгән саҡрым үттек, юлһыҙ ерҙәрҙә, катерҙа йөҙөп, тауҙарҙа, сүллектә клип төшөрҙөк, һәм быларҙың барыһы ла – Башҡортостаныбыҙҙың мәҙәниәтен, халҡын, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү хаҡына. Башҡортостан халҡы, тибеҙ икән, бында өфөләрҙе лә күҙ уңында тотабыҙ. Адель иһә, ҡайһы бер ир-егеттәр үтә алмаҫлыҡ һынауҙарҙы ла еңде, йөҙөнән йылмайыуы китмәне, сәхнәлә лә көр кәйеф һаҡлап ҡалды. Осоштар, оҙон юлдар, клиптарға, тапшырыуҙарға төшөүҙәрҙән тыш уның бит макияж, прическа, һәм башҡа сәғәттәргә һуҙылған мәшәҡәттәре бар. Уларҙың барыһы ла кадр артында ҡала”, - ти ул.
Солист белдереүенсә, һәр илдә лә уларҙы һаҡсылар оҙатып йөрөй, шулай ҙа концерт һуңынан ҡапыл ғына сығып китә алмаған осраҡтар ҙа бар, сөнки йәнатарҙары юлды ҡаплай. Самолетҡа һуңлай яҙып, инде осорға һанаулы минуттар ҡалғас инеп өлгөргән осраҡтары ла етерлек.
“Был һеҙҙең ролик – ул ҡара пиар, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә билдәлелек яуларға ынтылыу. Һеҙ быны ижади мәғәнәнең тәрәнлегенә төшөнмәүҙән әйтәһегеҙ. Һеҙ “Урал батыр” эпосы мәғәнәһен дә, һәр йырыбыҙға һалынған изге уйҙарҙы ла аңламайһығыҙ. Аделде тәккәбер шәхес итеп күрһәтер алдынан “Урал батыр” эпосын уҡығыҙ”, - тиелә Ринат Рамаҙановтың яуабында.