«Китап-Байрам " йәрминкәһендә йәнһүрәттәр төшөрөргә өйрәтәләр.
Оҫталыҡ дәресен Салауат ҡалаһынан килгән «Своя химия» яңы быуын китапханаһы хеҙмәткәрҙәре үткәрә. Унда «ТалантиУм»мультипликация һәм анимация мәктәбе эшләй.
Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән йәш ҡатнашыусылар «Айыу һәм бал» башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса йәнһүрәт төшөрҙө.
Китапханасылар йәнһүрәт төшөрөү технологияһын, төшөрөү һәм монтажлау процесын күрһәтте.
- Балалар әкиәт геройҙарын пластилиндан эшләй, ә беҙ яратҡан персонаждар ҡатнашлығында уларға йәнһүрәт төшөрөү тураһында һөйләйбеҙ, — тип һөйләне «ТалантиУм»етәксеһе Татьяна Валл.
Мультипликация бала менән өлкәндәр хеҙмәттәшлеге өсөн бик ҙур мөмкинлек тыуҙыра, тип иҫәпләй.