Рус телендә баҫылған “Стишки-безопасики от Томочки Дробинки” китабы балаларға ла, уларҙың ата-әсәләренә лә тәғәйенләнгән.
Ғүмер өсөн мөһим хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ябай, күңелле шиғырҙар формаһында тәҡдим итә автор.
Айҙар Әкрәм улы Ғәзизов – табип, медицина фәндәре кандидаты, уға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре һәм уларҙы һанға һуҡмауҙан тыуған күңелһеҙ ялдар ят түгел.
Балаларға ябай шиғри тел менән етди мәсъәләләр хаҡында еткереүҙе төп бурысы итеп ҡуя һаулыҡ һағында тороусы шағир.
Әйткәндәй, китаптың аудиоверсияһы ла бар.