Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Май , 20:20

Яҙыусыларҙың өйө бар!

III Халыҡ-ара “Китап-байрам” йәрминкәһе сиктәрендә яңыртылған Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһы үҙ ишектәрен асты.

Яҙыусыларҙың өйө бар!
Яҙыусыларҙың өйө бар!

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

“Был ижадтары ҙур республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы булып торған кешеләргә ихтирам билдәһе, - тине Радий Хәбиров, - Улар аҡыл, халыҡ дәрәжәһе сағылышы, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлаусы, был еңел булмаған заманда кешеләрҙе берләштереүселәр”.

Яҙыусылар йорто янында “Өфө йүкәләре” скверы ла барлыҡҡа килде. Республика етәксеһе һүҙҙәре менән әйтһәк, хәҙер ошо урынды тейешле көс менән тәъмин итеү беҙҙән тора. Йәш, башлап яҙған яҙыусылар килһен, әҙәби һөйләшеүҙәр уҙһын, тормош ҡайнаһын бында!

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: