Совет майҙаны иртәнән гөрләй: бында өсөнсө йыл рәттән "Китап-байрам" уҙа. Йәрминкәлә китап күргәҙмәләренән тыш, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, махсус хәрби операцияға, ватанды һаҡлаусыларға арналған күргәҙмәләр ҙә эшләй.
Сара "Урал батыр" эпосы һүҙҙәре менән асылды, үлемһеҙ әҫәрҙең юлдарын сәхнәнән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев та яңғыратты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң әҙәби флагман булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Төрлө майҙансыҡтарҙа күренекле шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙар уҙа. Башҡортостан Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте майҙанында Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зарина Бағышаева китаптарының исем туйына уҡыусыларын йыйҙы.
"Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафин төп сәхнәлә сығыш яһап, "Бер ғүмер етмәй икән" әҫәренең яҙылыу, геройҙарҙың тыуыу тарихы менән бүлеште. Ошо уҡ сәхнәлә Милли йәштәр театры был спектаклде ҡуясаҡ.
"Китап-байрам"ға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йөҙгә яҡын нәшриәт килгән: Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ростов, Киров, Мурман, Һамар һәм башҡа өлкәләр үҙ эшен йәйелдерҙе. Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстандан, быйыл беренсегә Ирандан ҡатнашалар.