Мөнир Ҡунафин заман заңын нескә тойоп, шул заңды үҙ әҫәрҙәрендә оҫта сағылдырған шәхестәребеҙҙең береһе. Уның МХО яугиры Фәнис Хөсәйеновҡа арналған “Бер ғүмер етмәй икән”, һуғыш биләмәһенә барып ҡайтыуҙарын һүрәтләгән “Ҡыҙарып сейәләр бешкән мәл ине” тигән әҫәрҙәренә битараф ҡалған кеше юҡтыр. Ошоларға “Уттарға буталып алмалар яуғанда”, “Егерме икенсе снаряд” яҙмалары ҡушылып, былар барыһы ла Мәскәүҙәге АСТ нәшриәте тарафынан айырым китап булып донъя күрҙе. Баҫманың рус телендә булыуы Мөнир Сәхиулла улы ижадының Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәйҙе, халыҡ-ара майҙанды яулауын һөйләй.
Сара Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәновтың Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса ҡуйылған “Бер ғүмер етмәй икән” спектакленән үҙе уйнаған Комбат монологын һөйләүҙән башланды.
Артабан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ебәргән ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны.
“Махсус хәрби операция башланғандан алып бөтә республика яугирҙарҙы ҡеүәтләй. Быға ижади зыялылар, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ла ихлас ҡушылды. Яҙыусыларыбыҙҙың теләктәрен иҫәпкә алып, уларға МХО биләмәһенә эш сәфәрҙәре ойошторҙоҡ.
Мөнир Сәхиулла улын китабы сығыуы менән ҡотлайым! Был башҡорт хәрби прозаһы һәм ғөмүмән, бөтә республиканың ижади тормошо өсөн ҙур ваҡиға!” – тиелә ҡотлауҙа.
Мөнир Ҡунафинды Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Хәйретдинова, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова, Башҡортостан Мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов тәбрикләне.
Әйткәндәй, Вәдүт Ғәйфулла улы Мөнир Сәхиулла улы менән МХО биләмәһенә бергә сәфәр ҡылдылар, унда уларҙы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов оҙатып йөрөнө.
Бына ни ти Азат Шамил улы үҙе Мөнир Ҡунафиндың яңы китабы хаҡында: “Уның “Ҡыҙарып сейәләр бешкәндә”, “Уттарға буталыр алмалар яуғанда” исемле юлъяҙмаларын уҡыйһың да, бар күренештәрҙе нескә һәм күҙ алдына килеп баҫырлыҡ итеп һүрәтләп биреүенә һоҡланаһың. Уның фекер йөрөтөүе, ҡанатлы һүҙҙәргә торошло уйҙаы береһен дә битараф ҡалдырмай. МХО-ла барған ваҡиғалар уҡыусыларҙа һәр ваҡыт бәхәс тыуҙыра, ә был юлъяҙмаларҙа күп һорауҙарға яуап табырға мөмкин. Мөнир Ҡунафин үҙенең хәл-ваҡиғаларҙы дөрөҫ һүрәтләүе менән күптәрҙең күҙен асты”.
Осрашыуҙа МХО яугирҙары, ветерандары ла килгәйне. Боцман, Томан кеүек яугирҙар Мөнир Ҡунафиндың ижадына ҡарата ихтирамын белдерҙе.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова “Ҡайтығыҙ” йырын башҡарҙы, ижади кисәләге һәр кемгә тәъҫораттары менән уртаҡлашырға форсат тейҙе. Ғалим-әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, билдәле яҙыусы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, филолог-ғалим, сценарист Гөлсәсәк Саламатова һәм башҡалар яңы сыҡҡан баҫма, Мөнир Ҡунафиндың шәхесе, ижады уңайынан йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.
Мөнир Сәхиулла улы үҙе китаптың яҙылыу тарихы, МХО биләмәһендә йөрөгәнендә тетрәндергән хәлдәр, уға хәрби прозаға тотонорға йоғонто яһаған ваҡиғалар менән уртаҡлашты, һәммәһенә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Һуғыш тураһында мотлаҡ һөйләргә лә, киләсәк быуынға яҙып ҡалдырырға ла кәрәк, сөнки ул – беҙҙең тарих, сөнки ул – беҙҙең хәтер. Яҡындары яу яланында һәләк булғандар ҙа, әлеге көндә уларҙы ут йотоп ут эсенән көткәндәр ҙә, алғы һыҙыҡтарҙа йөрөгән яугирҙәребеҙ үҙҙәре лә, МХО менән яңылыҡтар таҫмаһы аша ғына таныш булғандар – барыбыҙ өсөн дә берҙәй ҡәҙерле был китап.