Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май , 16:39

“Әйтергә теләгән һүҙҙәребеҙ елгә османы”

Өфө ҡалаһының И. В. Хатунцев исемендәге 8-се һанлы урта белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әбдрәхимова Гөлсөм Заһир ҡыҙы Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезынан алынған тәъҫораттарын еткерә. 

“Әйтергә теләгән һүҙҙәребеҙ елгә османы”
“Әйтергә теләгән һүҙҙәребеҙ елгә османы”

Башҡорт  теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезында ҡатнашыуыма бик шатмын.

Мин булған “Һомай” майҙансығында бигерәк тә “Тамыр” балалар телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһаринаның сығышы оҡшаны. Гөлназ Фәрит ҡыҙы үҙенең проекттары һәм яңы эш алымдары менән таныштырҙы. Шулай уҡ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар.

Көндөң икенсе өлөшөндә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залына күстек, ул бер яҡтан матурлығы менән хайран ҡалдырһа, икенсе яҡтан уҡытыусыларҙың әҙерлекле килеүе, бер-береһе менән танышып, ихлас аралашыуҙары, президиумда ултырғандарға уҡытыусыларҙың һәр теләк-һүҙҙәрҙең еткерелеүе, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәр сығышты иғтибар менән тыңлап һәр бер мәсъәләне күҙ уңына алыуы, эш йүнәлештәрен барлауы ҡыуандырҙы, сөнки әйтергә теләгән һүҙҙәребеҙ елгә османы.

 

 

 

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: