Әле генә, 2019 йылда, шаулап-гөрләп, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезын үткәреп ебәргәйнек. Алты йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп тә киткән: хәҙер килеп ишекте II съезд шаҡыны. Бындай саралар, һис шикһеҙ, үҫеш, үҙгәреш, трансформациялар кисергән телебеҙ юлында иң хәл иткес, артабанғы йүнәлеште билдәләй торған нөктә ул. Халҡыбыҙҙың төрлө йәштәге зыялыларын бер урынға йыйып, башҡорт телен уҡытыу, уны һаҡлау һәм үҫтереү менән бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн ойошторола улар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы ла бик эшлекле форматта уҙҙы. Ойоштороусыларҙың ижади ҡарашы тематик майҙансыҡтарҙың исеменән үк күренеп тора: "Аҡбуҙат", "Гөлөстан", "Һомай", "Иҙел", "Самрау", "Урал батыр", "Шүлгән", "Аҫылташ", "Йәншишмә".
Был майҙансыҡтарҙа тәжрибә уртаҡлашыу, тәҡдимдәр әҙерләү, тел сәйәсәтен яҡлау, мәҙәниәтте һаҡлау кеүек һәм башҡа бик күп һорауҙар ҡаралды һәм, иң мөһиме, алты йыллыҡ эш һөҙөмтәләре барланды.
Ысынлап та, бик күп эштәр башҡарылған икән, тигән уйҙар менән ултырҙым. Былар барыһы ла бөтә ҡыҙыҡһынған яҡтарҙың (дәүләт, Мәғариф министрлығы, белем усаҡтары, милли-мәҙәни ойошмалар, йәмәғәтселек, уҡытыусылар) йыйнаҡ, берҙәм эш емеше. Артабан да ошо юҫыҡта эшләргә уйҙар яҡты, ҡараштар ыңғай!
Өфө ҡалаһы Совет районы делегаттары исеменән съезды бик йөкмәткеле итеп үткәреп ебәргән ойоштороусыларға, айырыуса, Мәғариф министрлығының милли бүлегендә һәм Ресурс үҙәктә, ал-ял белмәй, бал ҡорттары шикелле, хеҙмәт иткән эшлекле етәкселәргә һәм ҡыҙҙарға һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Был съезд тәүгеһенән тематик майҙансыҡтарҙың төрлөлөгө һәм күплеге менән айырылып торҙо. Ҡайһыныһына барырға һәр кемгә үҙенә һайлау мөмкинлеге бирелгәнлеге өсөн айырыуса рәхмәт! Эш блокнотына тиклем уйлап эшләнгән.
Бик конструктив һөйләшеүҙәр булды! Шундай үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тынғылыҡ белмәгән кешеләр барҙа, телебеҙҙең үҫеше, яңырышына шик юҡ! Был съезд "Урал батыр" мотивтарының артабанғы сараларға ла әүҙем үтеп инеүенә башланғыс бирһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Майҙансыҡтарҙа барлыҡ аңлы ғүмерҙәрен телебеҙҙе данлауға, һаҡлауға арнаған аҡһаҡалдарҙы күреп, уларҙың аҡыллы фекерҙәрен ишетеп ҡайтыу күңелдәрҙе үҫтерҙе! Беҙ, йәш быуын, ни тиклем генә алдынғы ҡарашлы булһаҡ та, титандарыбыҙ кәңәшенә һәр ваҡыт мохтажбыҙ!