Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май , 14:31

“Шундай уҡытыусылар барҙа телебеҙҙең үҫешенә шик юҡ!”

Өфө ҡалаһы 7-се һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Заһир ҡыҙы Ғәбитова Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы тыуҙырған фекерҙәре менән уртаҡлаша.

“Шундай уҡытыусылар барҙа телебеҙҙең үҫешенә шик юҡ!”
“Шундай уҡытыусылар барҙа телебеҙҙең үҫешенә шик юҡ!”

Өфө ҡалаһы 7-се һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Заһир ҡыҙы Ғәбитова Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы тыуҙырған фекерҙәре менән уртаҡлаша.

12-13 май баш ҡалабыҙ Өфөлә оло ҡор – Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы үтте. Тәүгеһенән был съезд тематик майҙансыҡтарҙың төрлөлөгө һәм күплеге менән айырылып торҙо. Һәр  кемгә майҙансыҡты үҙенә һайлау мөмкинлеге бирелде. Һәр бер майҙансыҡтың эше ентекләп уйланылған,  уларҙы бойомға ашырыуға күп көс һалынған, һәр бер майҙансыҡта эшлекле һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар булды.

Миңә Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында ойошторолған "Гөлөстан" майҙансығында ҡатнашыу бәхете тейҙе.

Йәнле һөйләшеүҙе факультет деканы,филология фәндәре докторы, модератор Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге директоры, модератор Әлфиә Вәкил ҡыҙы Әбделмәнова юғары кимәлдә алып барҙылар. Дебат рәүешендә ойошторолған һөйләшеүҙә һәр бер уҡытыусыға үҙ фекерен әйтергә форсат тейҙе.

Башҡорт телен заманса уҡытыу, уҡытыу методикалары, программалар, дәреслектәр тураһында фекер алышыу, аралашыу, проблемаларҙы билдәләү, хәл итеү юлдарын асыҡлау  кеүек көнүҙәк мәсьәләләр булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Ғалимдар, дәреслек авторҙарының  фекер алышыуҙа ҡатнашыуы сараға йәнлелек өҫтәне.

Съездың пленар өлөшө “Башҡортостан” Дәүләт Концерт Залында дауам итте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың сарала ҡатнашыуы съезға оло мәртәбә өҫтәне.  Абруйлы уҡытыусылар Радий Фәрит улына резолюцияға ингән тәҡдимдәрҙе еткерҙеләр.

Съезда  мөһим ҡарарҙар ҡабул ителде. Киләсәктә уның нигеҙендә маҡсатлы эштәр башҡарылыр, ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашыр, тигән  ышаныста ҡалам.  Үҙ эшенә яуаплы ҡараған, тынғылыҡ белмәгән уҡытыусылар барҙа телебеҙҙең үҫешенә шик юҡ! Съезды бик йөкмәткеле итеп бойомға ашырған ойоштороусыларға, БР Мәғариф министрлығының милли бүлегенәә һәм Ресурс үҙәктә хеҙмәт иткән етәкселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: