Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Май , 11:15

Мәрйәм Бураҡаеваға Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы исеме бирелде

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезы уҙҙы. 

Мәрйәм Бураҡаеваға Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы исеме бирелде
Мәрйәм Бураҡаеваға Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы исеме бирелде

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ҡаҙағстандан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йыйылды.

Съезды йомғаҡлау тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты, июнь айында "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләй башларға ҡарар итеүе тураһында хәбәр итте, уҡытыусыларға башҡорт телен үҫтереүгә өлөш идергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

“Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосына һуңғы ваҡытта иғтибар артҡандан арта, съезда ла эпосты өйрәнеү, уға нигеҙләнеп тәрбиә биреү мәсъәләләренә ҙур иғтибар бүленде.

Ултырышта шулай уҡ йәш педагогтар һәм буласаҡ уҡытыусыларҙы берләштергән йәйге педагогик кәңәшмә ойошторорға тәҡдим ителде.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай  депутаты Айбулат Хажин йәш әҙиптәрҙе әҙерләү маҡсатында мәктәп уҡыусылары араһында конкурс ойоштороп, еңеүселәрен илдең төп вузы М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәрергә кәрәк, тигән фекер еткерҙе. Радий Хәбиров был ниәтте хупланы, эште конкурс ойоштороуҙан башлайыҡ, артабан юғары уҡыу йорттары менән дә килешеү төҙөлөр, республика иҫәбенә лә уҡытып булыр, иң мөһиме йәш белгестәр кире үҙебеҙгә ҡайтһын, тип билдәләне.

Ил инәһе, педагог һәм яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы"  тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: