"Башҡорт теле уҡытыусыларын бер нисә төрлө йүнәлештәге майҙансыҡҡа бүлеп эш алып барылды. Мин үҙем өсөнсө "Һомай" майҙанында булдым.
Геном үҙәктең матур һәм иркен аудиторияһы, уҡыусыларҙың дәртле йырлы-бейеүле сығышы һөҙөмтәле эшкә көйләп ебәрҙе. Башҡорт телен һанлаштырыу буйынса күп кенә мәғлүмәт алдыҡ.
“Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина менән әүҙем эш алып барылды. Сәлимә Усманова этностиль тураһында белемдәрҙе арттырҙы. Шулай уҡ этноблогерлык тураһында ла әңгәмәләштек. Был юҫыҡта әле өйрәнәһе йүнәлештәр күп икәне асыҡланды. Әңгәмәлә әүҙем ҡатнашып хеҙмәттәшлек күрһәткән уҡытыусылар матур бүләктәр: өҫтәл уйындары, китапсыктар менән бүләкләнде. Мин дә буш ҡайтманым.
Ғөмүмән, был матур һәм мөһим сара тел һәм ил һағында торған уҡытыусыларға киләсәктә уңышлы эшләргә тағы ла бер этәргес көс булды. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Башлығыбыҙ әйтмешләй, алға!”