“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларыларының II Бөтә Рәсәй съезы беҙҙең көтөп алған мөһим һәм мәртәбәле сараларҙың береһе. - ти Өфө ҡалаһы 94-се һанлы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әхмәдйәнова Фидания Тәфкил ҡыҙы. - Был съездың эше көнүҙәк һорауҙарҙы хәл итеү юлдарын эҙләүгә генә ҡайтып ҡалманы.
Мәҫәлән, "Һомай" интерактив башҡорт теле майҙансығында ҡатнашыусылар телебеҙҙе, рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлауға айтишнитктар, журналистар, блогерҙар, ғөмүмән, күңелендә башҡорт рухы булған төрлө һөнәр эйәләре булған милләттәштәребеҙҙе берләштерҙе. Беҙ уларҙың, үҙ мөмкинселектәренән сығып, күп эштәр башҡарғанын күрҙек. Уларҙың ижад емештәре башҡорт телен уҡытыуҙы ҡыҙыҡлы, заманса ойошторорға булышлыҡ итәсәк, тип уйлайым.
Ошо сара телдең, дөрөҫ әйтелгән һәр һүҙҙең бик юғары көс икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Ул беҙгә көтөлмәгән осрашыуҙар, яңы идеялар, рух күтәренкелеге биреп иңдәребеҙгә ҡанат ҡуйҙы”.