Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Май , 16:24

Башҡорт китаптарын Wildberries һәм Ozon аша алдырып буламы?

“Бер нисә йыл элек Башҡортостандағы бар китап сығарыу эшен яңыртырға ҡарар иттек. Яҙыусыларыбыҙҙың ниндәй әҫәрҙәр ижад итеүенә, уҡыусыларға ниндәй китаптар кәрәклегенә күберәк иғтибар итә башланыҡ. Китаптарҙы таратыуҙа, һатыу географияһын киңәйтеүҙә яңы алымдар уйлап сығарҙыҡ..."

Башҡорт китаптарын Wildberries һәм Ozon аша алдырып буламы?
Башҡорт китаптарын Wildberries һәм Ozon аша алдырып буламы?

Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте ярайһы уҡ ваҡыт был алымды уңышлы файҙалана: йәнең теләгән китапты өйҙән сыҡмай ғына интернет аша һатып алып уҡып була.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Китап” нәшриәтенең эшен ғөмүмән юғары баһалай.

“Бер нисә йыл элек Башҡортостандағы бар китап сығарыу эшен яңыртырға ҡарар иттек. Яҙыусыларыбыҙҙың ниндәй әҫәрҙәр ижад итеүенә, уҡыусыларға ниндәй китаптар кәрәклегенә күберәк иғтибар итә башланыҡ. Китаптарҙы таратыуҙа, һатыу географияһын киңәйтеүҙә яңы алымдар уйлап сығарҙыҡ. Өфөләге Ленин урамында яңы китап магазины астыҡ – ул хәҙер баш ҡалабыҙҙың сираттағы туристик һәм мәҙәни үҙәгенә әүерелде.

Быларҙың барыһы ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Үткән йылда ғына “Китап” нәшриәте ярты миллиондан ашыу китап сығарҙы – уҡыу әсбаптары, башҡорт әҙәбиәтенең классиктары һәм хәҙерге заман яҙыусыларының нәфис әҙәби әҫәрҙәре, балалар китаптары. Әҙәбиәтебеҙ башҡортса, русса, татарса, инглизсә, һәм башҡа телдәрҙә баҫыла.

Китаптарҙы интернет аша һатыу арҡаһында уларҙы хәҙер республикабыҙҙан ситтә йәшәгәндәр ҙә алдырып уҡый ала. 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса 81 төбәктән биш меңдән артыҡ китап алдырғандар. Беҙҙең китаптар Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Грузия, Әрмәнстанға ла оҙатыла. Был мәҙәниәтебеҙҙә оло еңеү, тип һанайым.

“Китап” нәшриәтенә артабан да ярҙам ҡулы һуҙасаҡбыҙ, ул Рәсәйҙәге эре нәшриәттәрҙең береһе, башҡорт телен, әҙәбиәтен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә беҙҙең фекерҙәшебеҙ, илдә һәм донъялағы күп милләтле мәҙәниәтебеҙ йөҙө”, - ти ул.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: