Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһың, "Ағиҙел" журналының сайт буйынса өлкән мөхәррире Айгөл Йәмилева-Манапованың "Сынаяҡтағы донъя" исемле китабы донъя күрҙе.
"Был повесты мин бынан теүәл ун йыл элек 21 йәшемдә яҙҙым, - ти Айгөл, - өлөшләтә ул саҡтағы студент ҡыҙҙың ноутбугында, дәрестәр ваҡытында дәфтәрҙәрҙең артҡы биттәренә яҙылған әҫәр ул. Аҙағы ғына ни менән тамамланыры билдәһеҙ ине. 2022 йылда ҡулъяҙмаһын яңынан уҡып сыҡтым да, баһа көтөп "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире, күренекле яҙыусы Мөнир Ҡунафинға ебәрҙем. Мөнир Сәхиулла улының, журналда эшләгән башҡа абруйлы әҙәбиәтселәрҙең хуплауы, әҫәргә ыңғай баһа биреүе ҡанат ҡуйҙы".
"Сынаяҡтағы донъя" "Ағиҙел" журналы ойошторған Ноғман Мусин исемендәге повестар конкурсында еңеүселәр рәтенә ингән. Сюжетына ҡыҫҡаса күҙ һалһаҡ, аннотацияһында ошондай юлдар бар: "Геройҙарҙың береһе - баш ҡалала йәшәгән, иҫкерәк булһа ла ҡыҙыл төҫтәге сит ил машинаһында йөрөгән, үҙенең бойондороҡһоҙлоғо менән сикһеҙ ғорурланған йәш рәссам ҡыҙ. Икенсеһе - дала ҡосағындағы металлургтар ҡалаһынан урта ҡул инженер. Ҡыҙ ирек тип нарыҡлағаны уның өсөн яңғыҙлыҡ. Өсөнсөһө лә бар - ышаныслы, уңышлы йәш етәксе, әммә был инде бөтөнләй башҡа тарих..."
Баҫманы "Китап" магазины кәштәләрендә йәки "Wildberries" һәм "Ozon" интернет-магазиндарында табырға мөмкин.