Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Февраль , 14:08

Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды

Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы тарафынан булдырылған “Башҡорт тарихының йырсыһы” күргәҙмәһе М. Ғафуриҙың йорт-музейында урын алған.

Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды
Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды

Күренекле яҙыусыһы, егермегә яҡын романдар авторы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Яныбай Хамматовтың тыуыуына быйыл 100 йыл. Ошо уңайҙан республика буйлап сағыу саралар теҙмәһе уҙа.

“Башҡорт тарихының йырсыһы” күргәҙмәһе, Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев белдереүенсә, Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова башланғысы менән ойошторолған.

Экспозицияла “Төнъяҡ амурҙары”, “Һырдаръя” романдарының ҡулъяҙмаларын, яҙыусының шәхси китапханаһын, шәхси әйберҙәрен үҙ күҙҙәрең менән күрергә мөмкин. Бында Яныбай Хамматовтың аккордеоны ла һаҡлана. Махсус рәүештә күргәҙмә өсөн Учалынан әҙиптең портреттарын килтергәндәр.

“Күргәҙмә йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге гимназияға, Өфөләге башҡа белем усаҡтарына йыйынабыҙ”, - ти Милли әҙәбиәт музейы директоры Зәки Әлибаев.

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: