Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Февраль , 14:16

Яныбай Хамматов төшөрөлгән почта конверты донъя күрҙе

“Үҙ заманында уның романдары бар Советтар Союзына таралғандай, бөгөн килеп уның конверттары Рәсәй буйлап һибеләсәк”“Үҙ заманында уның романдары бар Советтар Союзына таралғандай, бөгөн килеп уның конверттары Рәсәй буйлап һибеләсәк”...

Яныбай Хамматов төшөрөлгән почта конверты донъя күрҙе
Яныбай Хамматов төшөрөлгән почта конверты донъя күрҙе

Яҙыусы Яныбай Хамматовҡа арналған конверттың исем туйы һәм уға махсус почта штемпелен баҫыу тантанаһы Башҡортостан Милли китапханаһында үтте.

Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан Рәсәй почтаһы уның портреты һынландырылған конверт һәм махсус штемпель сығарҙы. Конвертта шәхес портретынан тыш шулай  уҡ уның киң билдәле “Төнъяҡ амурҙары” романын сағылдырған һүрәттәр ҙә урын алған. Штемпелдә яҙыу машинаһы, ҡулъяҙма биттәре һәм “Я. Х. Хамматов. Тыуыуына 100 йыл.” тигән һүҙҙәр теркәлгән.

Конверттың  исем туйы һәм уға махсус почта штемпелен баҫыу тантанаһында Я. Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының социаль-мәҙәни бүлек начальнигы Илнур Вәлиев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостан Республикаһының Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов, Башҡортостан Милли китапханаһы директоры Айгөл Әминева ҡатнашты. Шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, журналистар һәм башҡалар был тарихи ваҡиғаның шаһиты булды.

Яныбай Хамматовтың ейәнсәре Алһыу Хамматова яҙыусының конвертта һынландырыуының әһәмиәтлеген билдәләне.

“Үҙ заманында уның романдары бар Советтар Союзына таралғандай, бөгөн килеп уның конверттары Рәсәй буйлап һибеләсәк”, - тине Алһыу Әнүәр ҡыҙы.

Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов был ваҡиғаның республикала ғына түгел, бөтә ил кимәлендә мөһим булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Яныбай Хамматов шәхесенә оло ихтирам  белдерҙе.

Йыйылған ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Милли китапханаһы директоры Айгөл Әминева сәләмләне.

“Китапхана китаптың үҙен һәм уны уҡыуҙы популярлаштыра. Күп тарихи шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереүгә өлгәшкән Яныбай Хамматовтың беҙҙең милләттәшебеҙ булыуы ҡыуаныслы. Уның китаптары Башҡортостан Милли китапханаһы кәштәһен биҙәй, уларҙан күргәҙмә лә әҙерләгәнбеҙ”, - тине ул. Айгөл Рафаил ҡыҙы шулай уҡ конверттарҙың Рәсәйҙең төрлө төбәетәренә таралыуы арҡылы Яныбай Хамматов хаҡында күберәк белеүҙәренә өмөт белдерҙе.

“Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ваҡиғалар араһында тап уға арналған конверттың һәм махсус штемпелдең сығыуы ҡыуаныслы, - тине Башҡортостан Республикаһының Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ленард Шафиҡов, - Бынан ары башҡорт романсыһының тормошо һәм ижады хаҡында республикала ғына түгел, унан ситтә лә күберәк беләсәктәр”.

Конверт 50 000 дана менән сығарылған. Уларҙы Башҡортостан буйлап һәр почта бүлексәһендә һатып алырға мөмкин.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: