Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Ғинуар , 09:19

Яныбай Хамматовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелерме?

Башҡортостан Хөкүмәтендә башҡорт әҙәбиәте классигы, яҡынса егерме роман, унлаған хикәйә-повесть авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан саралар теҙмәһен уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Яныбай Хамматовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелерме?
Яныбай Хамматовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеме бирелерме?

Башҡортостан Хөкүмәтендә башҡорт әҙәбиәте классигы, яҡынса егерме роман, унлаған хикәйә-повесть авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан саралар теҙмәһен уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был күренекле датаны билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны.

  • Республика етәкселеге Башҡортостан Яҙыусылар союзына, әҙиптәр ижадына айырым иғтибар бүлә, - тине БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Урал Килсенбаев, - Яныбай Хамматов – башҡорт әҙәбиәтенең яҡты вәкилдәренең береһе. Шуға күрә, уның юбилей йылы бай йөкмәткеле һәм юғары кимәлдә уҙырға тейеш.

Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов йыл әйләнәһендә ниндәй сараларҙың уҙасағы хаҡында һөйләне.

Ултырышта Яныбай Хамматовҡа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исемен биреү мәсъәләһе лә күтәрелде.

 

Автор:Айгөл Йәмилева
Читайте нас: