"Шәйехзада Бабич исемен ҙурлап, шағирҙың тыуған ерендә бөгөн күркәм сара уҙҙы. Әйткәндәй, быйыл республика буйлап Шағирға арналған бихисап саралар үтәсәк. Бабичтың тыуған көнөндә, нәҡ Әсән ауылында хәтер һәм ҡәҙер кисәһе уҙғарылыуы икеләтә ҡәҙерле", - ти Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Бер төркөм яҙыусылар, Дүртөйлө районы хакимиәте вәкилдәренең Шәйехзада Бабичтың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланған сара шағирҙың музейында дауам итте, бында кесеһе лә олоһо ла Бабичтың шиғырҙарын уҡып, ятлап ишеттерҙе.
Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған ҙур байрам концерты ла уҙҙы.
Фотолар: Дүртөйлө район хакимиәте.