Махсус хәрби операцияһы зонаһына йыш барып йөрөгән, яугирҙарҙың батырлыҡтарын яҡтыртҡан, һуғыш тураһында әҫәрҙәр ижад иткәндәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙе тәбрикләне.
Ул билдәләүенсә, был конкурс журналистарҙы яңы еңеүҙәргә һәм республика үҫешенә тос өлөш индереүгә дәртләндереү маҡсаты менән булдырылған.
Мөнир Сәхиулла улын ихлас ҡотлайбыҙ! Уның тынғыһыҙ хеҙмәте, тетрәндергес әҫәрҙәре, яу яланын, батырҙарыбыҙҙы һүрәтләгән яҙмалары һоҡланыуға һәм был юғары баһаға күптән лайыҡлы!