Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь , 21:44

"Ғалим. Шағир.Гражданин" тигән түңәрәк өҫтәл уҙҙы

Евразия ғилми белем биреү үҙәгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, киң ҡарашлы ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүр иҫтәлегенә һәм рухи мираҫына арналған "Ғалим. Шағир. Гражданин" тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы.

"Ғалим. Шағир.Гражданин" тигән түңәрәк өҫтәл уҙҙы
"Ғалим. Шағир.Гражданин" тигән түңәрәк өҫтәл уҙҙы
 Унда билдәле замандашыбыҙ менән бергә эшләгән коллегалары, уҡыусылары, ғалимды яҡындан белгән кешеләр сығыш яһаны. Әҙәбиәт белгесе Ғәҙилә Бүләкова үҙенең сығышында: "Бер ваҡыт Рәшит ағайҙан ни эшләп һин үҙеңде күп төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлеккә сарыф итәһең, бер генә юлды алып барһаң, күптән донъя кимәлендә танылыу яулар инең тип һораған инеләр, дан өсөн түгел, ә мин эшләмәһәм быны кем эшләр һуң тотонам һәр эшкә тип яуап бирҙе", — тине. Ғалимдың ошо яуабында уның гражданлыҡ позицияһы, выждан юғарылығы ла, шулай уҡ фиҙаҡәрлеге лә ярылып ята бит.
Рәшит Шәкүрҙең "Башҡорт халыҡ ижады хазиналары" тип аталған китабының исем туйы ла булды бөгөн. Уны халыҡ шағирының фәндә һәм әҙәбиәттә үҙ урындары булған алтындай ике ҡыҙының алып барыуы, китапты әҙерләп сығарыуҙа уларҙың өлөшөнөң дә ҙур булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы күренеш, тимәк, шәхес үҙе табынған ҡиммәттәрҙе балаларына ла һеңдергән, быуындар сылбыры дауам итә.
 
Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: