Ҡазандағы Ҡаҙағстан Республикаһының Генераль консуллығы, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Яҙыусылар союзы вәкилдәре сара башында Милли китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлеге мөдире Флүр Сибәғәтов ярҙамында “Рәсәй-Ҡаҙағстан: дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек төйәге” китаптар күргәҙмәһе һәм үҙенсәлекле баҫмалар менән танышты.
Фотокүргәҙмәне асыу һәм “Ҡаҙах халыҡ әкиәттәре” китабының исем туйы “Хазина” этнопроекты башҡарыуында башҡорт халыҡ моңдары менән асылды.
Ҡунаҡтарҙы һәм тамашасыларҙы Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов сәләмләне.
“ХХ Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумын тап фотокүргәҙмә һәм китаптың исем туйы менән асыуыбыҙ ҙур мәғәнәгә эйә, сөнки барыһы ла Һүҙҙән башлана, - тине ул, - Башҡорт һәм ҡаҙаҡ әҙәбиәтенең күп йыллыҡ дуҫлығына шаһитбыҙ, беҙ уларҙың хөрмәтле Абайын, улар беҙҙең Мостай Кәримде тәржемә итте”.
Ҡазандағы Генераль консул Ерлан Искаков сығышында Рәсәй менән Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлегенең юғары кимәлдә булыуын билдәләне:
“Ныҡлы хеҙмәттәшлектең төп күрһәткесе – ике илдә лә үткән даими осрашыуҙар, йыш бойомға ашырылған проекттар һәм мәҙәни саралар. Ҡаҙағстандың төбәк-ара хеҙмәттәшлегендә Башҡортостан иһә айырым мөһим урын алып тора”.
Яңы китапҡа ингән ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәрен башҡорт теленә күренекле яҙыусы, Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова тәржемә иткән.
“Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре башҡорттарҙыҡына оҡшаш: шундай уҡ мотивтар, шулай уҡ батырҙар, шулай уҡ яманлыҡ менән яҡшылыҡтың көрәше. Башҡорттар менән ҡаҙаҡтар араһында бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәгән, быға күп кенә әҙәби әҫәрҙәрҙең сюжеты шаһит”, - тине ул.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов сығышында ике халыҡ араһындағы әҙәби дуҫлыҡ, уртаҡ проекттар хаҡында һөйләне.
Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Зилиә Бәхтиева ике телдә: башҡортса һәм ҡаҙаҡса йырҙар башҡарҙы.
Сарала М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның һәм ӨДНУ студенттары ҡатнашты, араларында Ҡаҙағстандан килеп белем алған йәштәр ҙә бар.
“Бөгөнгө Ҡаҙағстан” фотокүргәҙмәһендә Ҡаҙағстан үҙенсәлекле тәбиғәте, заманса ҡалалары, мәҙәниәте, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәре ярҙамында һынландырыла. Бөркөттөң Чарын каньоны аша осоп барыуы, Әхмәт Йәсәүи кәшәнәһе ҡыйығындағы ҡояштың иртәнге нурҙары, Заилий Алатауының мәғрүр һырттары, далалағы ат уйындары — быларҙың барыһы ла фотограф Павел Теняковтың объективына теркәлгән.
"Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре башҡорт телендә" китабы 2024 йылда Ҡазандағы Ҡаҙағстан Республикаһының Генераль консуллығы һәм Яр Саллы ҡалаһындағы Ҡаҙағстан Республикаһының Почетлы консулы ярҙамында Татар китап нәшриәтендә донъя күрә. Баҫма Милли китапхананың фондында һаҡлана, уны теләгән һәр кем алып уҡыу мөмкинлегенә эйә.