Марафондың шарттары түбәндәгесә:
1 тур. Тәүге турҙа быйылғы йылдың 2 сентябренән киләһе йылдың 1 мартына тиклем ҡатнашыусылар махсус тәҡдим ителгән исемлектән әҫәрҙәрҙе уҡырға һәм һәр уҡыған әҫәр тураһында социаль селтәрҙәрҙә пост яҙырға тейеш. #БашкортостанЧитающий2024 #БашҡортостанУҡый2024 хештегтарын ҡуйыу мотлаҡ. Ҡатнашыусыларҙың йәше һәм йәшәү урыны сикләнмәгән.
2 тур. Икенсе турҙа ҡатнашыусылар онлайн тест һорауҙары ярҙамында уҡыған әҫәрҙәр буйынса белемдәрен тикшерәсәк. Икенсе тур һөҙөмтәһендә иң күп балл йыйыусы 15 кеше еңеүсе тип билдәләнә. Уларҙы иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар көтә. Тест һорауҙарын эшләүселәрҙең барыһына ла электрон ҡатнашыусы сертификаты тапшырыласаҡ.
Китаптар исемлегенә Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Әхиәр Хәкимов, Ноғман Мусин кеүек билдәле башҡорт классиктарының һәм замана әҙиптәренең – Таңсулпан Ғарипова, Гөлнур Яҡупова, Мөнир Ҡунафин, Айгиз Баймөхәмәтов, Айгөл Йәмилева һәм башҡаларҙың хикәйәләре, шиғырҙар йыйынтыҡтары, драма-повестары, романдары инде.
Марафон “Башҡортса интернет-серфинг” проектының бер өлөшө булараҡ Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы тарафынан үткәрелә. Ул Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Әҙәбиәт исемлеге
- Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “Башҡорттар”, “Өфөнөң тарихына ҡағылышлы материалдар”, “Башҡорт халҡының аҡ һәм ҡара көндәре” исемле тарихи-этнографик яҙмалары,
- Мөхәмәтша Буранғолов “Башҡорт туйы” драмаһы,
- М. Ғафури “Шағирҙың алтын приискыһында” повесы
- Ризаитдин Фәхретдин “Ир балалар өсөн нәсихәт”тәре
- Ғәлимов Сәләм “Бала” поэмаһы
- Һәҙиә Дәүләтшина “Айбикә” повесы
- Зәйнәб Биишева “Уйҙар, уйҙар” повесы
- Фәрит Иҫәнғолов “Ҡышҡы йәйғор” повесы
- Мостай Кәрим “Ай тотолған төндә” драмаһы
- Кәтибә Кинйәбулатова “Атай тауышы” повесы
- Кирәй Мәргән “Бөркөт ҡанаты” романының беренсе һәм икенсе китап тигән өлөштәре
- Динис Исламов “Йәй башында” хикәйәһе
- Ноғман Мусин “Һуңғы солоҡ” романы йә “Йыртҡыс тиреһе повесы
- Рәшит Солтангәрәев “Хамбал” хикәйәһе
- Әхиәр Хәкимов “Туй” повесы
- Айһылыу Йәғәфәрова “Килендәр” романы
- Талха Ғиниәтуллин - “Мәтрүшкә еҫе” хикәйәһе
- Тамара Ғәниева “Алтын тамыр” хикәйәһе
- Спартак Ильясов “Биғылый” роман-хәтирәһе
- Сабир Шәрипов “Онотолған йыр” хикәйәһе
- Гүзәл Ситдиҡова “Антоновака еҫе” повесы
- Рамаҙан Өмөтбаев “Генерал Кусимов” документаль повесы
- Рауил Бикбай “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” поэмаһы
- Таңсулпан Ғарипова “Осона сыға алмайым бер уйҙың” хикәйәһе
- Гөлнур Яҡупова “Сонар” хикәйәһе
- Әмир Әминев “Сөңгөл” хикәйәһе
- Мәрйәм Бураҡаева “Ҡорама юрған” хикәйә
- Динис Бүләков “Йәшен атҡан имән” хикәйәһе
- Наил Ғәйетбай “Бабич” романы
- Гөлсирә Ғиззәтуллина “Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем” хикәйәһе
- Фәрзәнә Аҡбулатова “Ханбала менән хан бала” хикәйәһе
- Мәүлиҙә Әхмәтйәнова “Яҡшы менән яман” хикәйәһе
- Флүр Ғәлимов “Прометей. Олимп тауы ишелеүе” трагедияһы
- Мөнир Ҡунафин “Соҡор” хикәйәһе
- Миләүшә Ҡаһарманова “Хыял” хикәйәһе
- Зөлфиә Ханнанова “Таш ҡатын” шиғырҙар йыйынтығы
- Салауат Әбүзәр “Мәмерйә” хикәйәһе
- Айгиз Баймөхәмәтов “Урам балалары” повесы
- Гөлнара Хәлфетдинова “Бешкәк” поэмаһы
- Айгөл Йәмилева “Сынаяҡтағы донъя” повесы