Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2024, 15:51

Фәрзәнә Утарбаеваның фильмы халыҡ-ара фестивалдә еңеү яулаған

Режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның «Нигеҙ» фильмы ошо көндәрҙә XVII Чебоксар халыҡ-ара кинофестивалендә ҡатнашты.

Яҡташыбыҙҙың ҡыҫҡа метражлы фильмы 25 милли кинокартина араһында «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеү яулаған! Халыҡ һөйөүе - иң ҙур баһа. Бик шәп, яңынан-яңы еңеүҙәр яуларға яҙһын!

Кисә Күгәрсен районы үҙәгендә фильмдың премьераһы үткән. Артабан кино Баймаҡ районында һәм Өфөлә күрһәтеләсәк.

#Росмолодежь #РосмолодежьГранты

Читайте нас: