Ярты сәғәтлек (бәлки күберәктер, бәлки әҙерәктер, ваҡыттың ағышын, барышын тойманым да, ҡай саҡ ул шул тиклем яй барҙы, аҙағында шәп сапҡан кеүек тойолдо) был картинала кешенең бар ғүмере, бар кисерештәре сағылыш тапҡандай күренде.
Бабай. Ташландыҡ ауыл. Улы атаһын үҙенә, ҡалаға, алырға килә. Бар сюжет шул. Үтә ябай кеүек. Ә эсендә, геройҙар эсендә, һуңынан тамашасы күңелендә күпме кисерештәр... Ентекләберәк.
Яңғыҙлыҡ. Бер сәйнүк, бер карауат, бер заварник, һыңар сынаяҡ, ҡулы ҡалтыраған яңғыҙ ҡарт, етемһерәп ҡалған яңғыҙ йорт... Һиҫкәндереп эленеп торған салғы ла берәү, яралы бөркөт тә бер үҙе генә. Оло донъяла яңғыҙлыҡ янында Тынлыҡ һәм “юҡҡа түгел, юҡҡа түгел” (Назар Нәжми- Рим Хасанов) тигән Моң ғына хөкөм һөргән кеүек.
Ҡанатһыҙ ҡалған ғорур ҡош менән сая ҡарашлы бабай араһында уртаҡлыҡ бармы? Бөркөттәр өйөр менән осмай, сая ҡоштар яңғыҙ була.
Өйөрҙө, ырыуҙы, ҡәүемде, милләтте һаҡлар бөркөт. Бабайҙың (халыҡ артисы Риф Сәйфуллин иҫ киткес шәп уйнай) һәр хәрәкәте, ишек яңағына бер кинәнес кисереп арҡа ышҡыуы, ергә ныҡ баҫып талғын ғына йөрөүе, әкрен генә тын алыуы, күтәрмәгә самалап ултырыуы, ҡулының ҡалтыранып китеүе, йөҙөндәге мәғәнәле уйҙарҙың сағылышы, һырҙарҙың дерелдәп китеүе, ҡарашындағы ауыр тулҡындар, һағышлы моңдар... – оҙон-оҙаҡҡа һуҙылған кадрҙар тамашасыны яйлап ҡына бабайҙың тәненә, йәненә үҙе менән һөйрәп индерә бара, индерә бара. (Һәм Тарковскийҙы хәтерләтә). Күңелде ирекһеҙҙән ҡотолоп булмаҫ “юҡҡа түгел был”тигән уй менән бергә хәүеф баҫа башлай. Юҡ, был кадрҙар һис тә ялҡытмай, киреһенсә, геройҙың эсендәге өндәшмәҫ ялҡынлы уйҙары, ғәрәсәтле һыҙланыуы яйлап ҡына һиңә күсә.
Бабай ҡаҙаҡ, сукеш алып иҫкергән донъяны яңырта, ауыл ташландыҡ, йәнһеҙ күренмәһен өсөн күрше тирәләренең йорт-ҡура тирәһен йүнәтә, йәм бирә. Ул шулай ауылын ғына түгел, күңелен, тормошон күркәмләй, тарихын, тыуған ерен һаҡлай, илен ҡотайта. “Мин булмаһам, тағы кем?” – ул дәүер кешеләре тыуған тупрағын устарына алып үберлек һөйөү йөрөтә йөрәгендә.
Бабайҙың ишек яңағына арҡаһын ышҡыуын тәү күргәс тә тамашасы көлөп ебәрҙе. Эйе, тәүҙә, яңғыҙлыҡ, ҡулдың буйы етмәй, ҡысытҡан урынды һыйпар кеше юҡ, тип уйларға була, тик... бара-бара ошо арҡа терәр ишек яңағы йортто, ауылды, илде тотоп торған аумаҫ бағанаға әйләнә. Тыуған йорттан һине оло донъяға алып сыҡҡан һәм, киреһенсә, икһеҙ-сикһеҙ тормоштан киренән үҙ йылыһына, үҙ ҡосағына саҡырып торған изге ишек, ишекте, тыуған мөхитте хасил иткән яңаҡтарҙан да ҡәҙерле хазина юҡлығын аңлай тамашасы. Кино аҙағында бабай тағы ла арҡаһын ышҡый, ул саҡта бабайҙың үҙенең арҡаһынан дөпөлдәтеп яратҡы, ишек яңағын һыйпағы килә.
Атаһын яңғыҙлыҡтан йолоп алып, улы үҙе менән алып китергә ҡайта. Ә улы (артист Рәсил Сынбулатов геройҙы бар тулылығында аса) хәрби кеше, отставкаға сыҡҡан да, тик илдәге хәлдәр, яңынан сафҡа баҫырға саҡыра. Ул әллә иҫән ҡайта, әллә юҡ. Шуға һәр саҡ етди, бер генә йылмайыу сатҡыһы ла сағылманы герой йөҙөндә. Ил яҙмышы менән бергә, атаһының хәле лә борсой уны. Ташландыҡ ауылда яңғыҙы үлеп ятһа, бер кем белмәҫ... Ул да хаҡлы бит. Аҙ һүҙле азаматтар ҡараштары менән аңлаша, артыҡ сәбәләнмәйҙәр.
Кеше ғүмер буйы тауға, үргә менә. Үҙ яйы менән. Юлға сығыр алдынан бабай ҙа машинан төшөп, йәйәү юрғалай. Һәм ауылға әйләнеп ҡараған һайын йорт нигеҙенә бәйләнеп ҡалған ғүмеренең татлы бер сағы, ун-йөҙ, мең сағыу мәле хәтерендә, йөрәк төбөндә салт балҡып китә. Тауҙың яртыһына еткәнсе хәлдән тая ҡарт. Улы йүгереп төшөп, тотоп ҡала. Һәм атай ауыҙынан аяҡтан йығырлыҡ бер кәлимә атылып сыға:
– Иҫләйһеңме, улым, анау ағас менән ярышып үҫтең, мин унан оҙон булам тип тырыштың. Ул буйға һине уҙып киткәс, ҡулыңа бысҡы алып, бысып ташламаҡсы булдың. Мин туҡтаттым. Ул хәҙер ана нисек олондарын йәйеп мәғрүр булып ултыра. Бөгөн бысҡы тотоп, тамырҙарымды ҡырҡырға миңә килделәр...
Һәм шул уҡ сәйнүк, шул уҡ карауат, заварник, сынаяҡ, ҡулы ҡалтыраған ҡарт та үҙгәрмәгән кеүек, ә, йөҙөнә әҙерәк йылмайыу сатҡыһы йәбешкән. Йортта күркәм генә, тәҙрәләренән ут көлтәләре ағыла. Йәшәү сығанағы ут бар.Ишек яңағына терәлеп их рәхәтләнеп арҡа ышҡый хужа. Баҡһаң, бөтөнләй яңғыҙлыҡ юҡ икән. Бабай хәтерендә, күңелендә - тулы тормош. Ул шуның менән бәхетле. Яралы бөркөт тә нығынған, күкте иңләп ҡанаттарын йәйеп ауылды ҡурсалап әйләнеп китеп оса.
Тик кеше, тыуған төбәген, нигеҙен һаҡлаған әҙәм генә биҙәк икән был ерҙә. Хужалар кәрәк һәр өйгә, ергә!»