Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май 2024, 15:49

“Нигеҙ” фильмының премьераһы үтте

Башҡорт кино сәнғәте йылдан-йыл үҫеүе ҡыуандыра. Әлеге көндә байтаҡ фильмдар тамашасы хөкөмөнә сығарылды.

Күптән түгел баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында йәш һәм өмөтлө башҡорт режиссеры һәм сценарист Фәрзәнә Утарбаеваның өр-яңы “Нигеҙ” ҡыҫҡа метражлы филмының  премьераһы булды. Ябай ғына ауыл ҡарты тормошоноң бер көн эсендә генә барған ваҡиғалар сылбыры аша тотош ауылдарҙың  яҙмышы һүрәтләнә. Яҡташыбыҙ, эшҡыуар Азат Айытҡужиндың атай йортонда төшөрөлгән фильм ысын мәғәнәһендә күңелдең иң нескә ҡылдарын сиртте, тиһәк тә, арттырыу булмаҫ.  Тәрән фәлсәфәгә, тормош тураһында уйланыуҙарға ҡоролған башҡорт киноһын ҡарарға тулы зал йыйылды. Төп ролдәрҙе РФ атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай драма театры актеры Риф Сәйфуллин менән И. Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт театры актеры Рәсил Сынбулатов башҡарҙы.          Бәләкәй генә бөтөп барған ауылда тыуып, ошо ергә ереккән, бөтә булмышы менән береккән ҡарт һәүетемсә генә үҙ яйына донъя көтә. Яңғыҙы ғына булһа ла, ул шул яңғыҙлығы менән бәхетле, яңғыҙлығы менән донъяһы түңәрәк.

         “Нигеҙ” – йәш режиссерҙың тәүге хеҙмәте түгел. Бығаса халыҡ хөкөмөнә сығарылған “Ҡырағай”,  “Мине дауалаусы дошман” (“Мой лечащий враг”) фильмдары ла ҙур уңышлы булды.  Шулай уҡ ул үҙен “Ку-ку” фильмында тәжрибәле сценарист итеп күрһәтә (режиссеры Владимир Вобликов, Ярославль ҡалаһы). 

         Әйткәндәй,  Рәсәй йәштәре федераль грантына “Башҡортостан” киностудияһы ярҙамында төшөрөлгән был “Нигеҙ” фильмы үткән аҙнала ғына Сыуашстан республикаһында үткән XVII Чебоксар Халыҡ-ара кинофестивалендә 25 картина араһында “Тамашасы  һөйөүе” призына лайыҡ була.

#Росмолодежь #РосмолодежьГранты

 

Читайте нас: