Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Май , 16:45

"Мин башҡортса һөйләшәм" башҡорт теле фестивале уҙасаҡ

1 июндә Арт-квадратта "Мин башҡортса һөйләшәм" фестивале ойошторола. "Мин башҡортса һөйләшәм" - телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале.

Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12-лә балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн «Тел лабораторияһы» майҙансығынан башлана. Арт-квадрат биләмәһендә түбәндәге зоналар эшләй:

- Башҡорт телендәге музыкаль/шиғри баттлдар зонаһы;

- Иң бәләкәйҙәр өсөн башҡорт аниматорҙары менән уйын зонаһы;

- Ата-әсәйҙәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре;

- Милли уйындар менән уйындар;

- Башҡортса уйындар, уйынсыҡтар, дидактик материалдар һәм китаптар;

- Башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар күргәҙмәһе.

«Тел лабораторияһы»ның бөтә зоналары бер тематикаға берләштерелгән, унда ойоштороусылар килгән ҡатнашыусылар менән бергә башҡорт телен төрлө тәжрибәләр аша өйрәнеп ҡараясаҡ. Кескәй тамашасыларҙы урам театрҙары, халыҡ бейеүҙәре, тамбурлы сигеү, бәләкәй келәмдәр, кескәй селтәр, балсыҡтан тәрилкәләр эшләү, кейеҙҙе ҡоро килеш баҫыу буйынса һәм башҡа төрлө оҫталыҡ дәрестәре көтә. Ата-әсәләр өсөн психолог һәм логопед лекциялары ойоштороласаҡ. Был майҙансыҡтар Мостай Кәрим урамы яғынан ингән ерҙә һәм Амфитеатр (пианино торған майҙан) янында киске сәғәт 5-кә тиклем эшләй.

Киске сәғәт 17:00 оло сәхнә фестивалдең төп майҙансығына әүерелә, унда башҡорт эстрадаһының бойондороҡһоҙ йәш артистарының концерты үткәрелә. Фестивалдең хедлайнерҙары - Тимур Ямалов, RENA RNT һәм BURELAR төркөмө. Уларҙан тыш Nail Bashstyle, Q-Yan, Радмир Исмагилов, 911th, BABY Ti, Raush, Айдар Исхаков, Аlbiona & Марат Тaturas, Лилиә Сәғитова, Lovil, Toolkyn, HANQYZY һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Фестивалдең бөтә йүнәлештәре тураһында тулыраҡ «Бәйләнештә»ге төркөмдә күҙәтергә мөмкин: https://vk.com/minbashkortsahoilasham2024.  Сараға инеү бушлай. Проект Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Читайте нас: