“Эй, әсәй, әсәкәйем. Иң яҡын серҙәшем, кәңәшсем инең бит һин. Минең өсөн генә түгел, һәр балаңа ла шулай булдың. «Тиҙ ярҙам» тип йөрөттөк һине иҫән сағыңда. Мин әле лә һинең рухың менән һөйләшеп, күңел йыуанысы табам...” Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева “Ғүмер үҙе – фәһемле һәм моңло шиғриәт ул” тигән хәтирә-уйланыуҙарында был юлы әсәһенең тормош юлы аша фәһемле лә, донъяуи ҙа ваҡиғаларҙы бәйән итә.
Педагог-ғалимә, күренекле шағирә Рәмзәнә Абуталипованың шиғырҙары бала саҡ донъяһына алып ҡайтһа, әҙәбиәтебеҙҙең йәшерәк быуын вәкилдәре Әлфиә Әсәҙуллина, Зөлфирә Ҡарағужина, Айгөл Айытҡолова бөгөнгөбөҙҙөң йөҙөн аса, нескә лиризмы менән һоҡландыра.
Ғалимә Ғәҙилә Бүләкованың мәҡәләһе шағирә Рәмзәнә Абуталипованың тормошо һәм ижадына арнала.
Ә тышлыҡты күптән түгел күркәм ғүмер байрамын билдәләгән шағирә Әлфиә Әсәҙуллина биҙәй. Шулай уҡ уҡыусылар күңеленә хуш килгән “Ағиҙел биттәренән” һәм БР Милли әҙәбиәт музейы тәҡдим иткән яңы рубрикалар ҙа бай һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 101 һумға ғына яҙылырға була.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!