Бөтә яңылыҡтар

Һуңлап килгән яҙҙар

Силәбе өлкәһендә аҫыл милләтәштәребеҙ күп, ижад өлкәһендә бик әүҙем эштәр алып баралар, бер - бер артлы китаптар баҫтырыу көнүҙәк мәсьәләгә әйләнеп бара. Ошо арала Рәйлә Ғәлим ҡыҙы Хисмәтуллинаның презентацияһы үтте.. Китап, рухи ғәм донъяһына ихлас сумған яҙҙар кеүек яҡты яҙмышлы шәхес.

Фото автора
Фото:Фото автора


Рәйлә Ғәлим ҡыҙы Башҡортостандың Йылайыр районы Ҡәнзәфәр ауылынды тыуған.
Тыуған телебеҙгә битараф булмаған егәрле һәм аҡыллы шағирә үҙенең хаҡ яҙмышын халыҡ тормошо менән бәйләп тыуған телендә ижад итә. Магнитогорск ҡалаһының милли китапханаһында , милләт - ара культура үҙәге мөдире Резида Рәшит ҡыҙы матур итеп алып барҙы сараны. Шағирәнең шиғырҙары уҡынылар, йырҙарын йырланылар. Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Асия Ғайсина, һәүәҫкәр йырсылар Бибинур Әфтәхетдинова., Фатима Фәйзуллиналар шағирәнең йырҙарын башҡарҙылар.
Рәйлә Ғәлим ҡыҙы бик матур ижад итә, тәбиғәт, тыуған яҡ, тел, шәхестәрҙе данлай, илһам ижадында ҡанатланып оса ғына..
”Аҡ ҡауырһын” әҙәби берекмәһе менән ”Хазина“ фольклор төркөмө осрашыуҙар менән иңгә-иң терәшеп бара.Был юлы ла улар бергәләп ихлас ҡатнаштылар.
Китапхана ла йылы, яҡты ҡараш булғанға күрә, башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа күпләп йыйыла, өҫтәл уйындары, тарих өйрәнеү, компьютер кеүек заманса яңы технологияларҙы үҙләштереү – һәммәһе лә бар беҙҙең Магнит китапханаһында.
Беҙ барлыҡ ҡәләм тирбәтеүселәр һәм китап һөйөүселәр исеменән хөрмәтле Рәйлә Ғәлим ҡыҙына киләсәктә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, яңы ижади үрҙәр, янып-ярһып эшләр өсөн ташып торған көс-ғәйрәт теләйбеҙ.
Сәфинә Хәкимова, ”Аҡ ҡауырһын” әҙәби берекмәһенең етәксеһе, Башкортостан Республикаһаның Яҙыусылыр берлеге ағзаһы, Силәбе өлкәһенең Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты.

Автор: Сәфинә Хәкимова

Читайте нас: