“Донъяның режиссеры булһам” рубрикаһында был юлы күренекле журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы директоры, Салауат Юлаев ордены һәм “Милләт әсәһе” миҙалы кавалеры, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге, “Алтын Урал” иcемендәге халыҡ ижады премиялары лауреаты, Евразия Телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова менән әңгәмә урын ала.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың “Ғүмер үҙе – фәһемле һәм моңло шиғриәт ул” тигән хәтирәләрен уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул итте. Был һанда ғүмер яҙмаларының дауамы менән танышырһығыҙ.
“Дуҫлыҡ күперҙәре” (Гөлҫөн Чарыева “Фарәғи хыял иткән һоҡландырғыс көн тыуҙы”), “Балалар әҙәбиәте” (Урал Ҡолошов “Үлемһеҙлек серен асҡан халыҡ”), “Журнал уҡыусылар ижады” (Гөлнур Шәрипова “Һары майҙың ҡөҙрәте” хикәйәһе), “Беҙҙең календарь” (Төхфәт Йәнәби, Нурислам Шәйхулов) рубрикаларында урын алған әҫәрҙәр һәм мәҡәләләр ҙә ҡыҙыҡлы.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде редакциябыҙҙан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 101 һумға ғына яҙылырға була.
Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!