ЯРАЛЫ БӘХЕТ (хикәйәт). Зәйтүнә Айытбаева
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2023, 13:59

Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш»: Башҡортостан Башлығына нисек һорау бирергә

29 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» була. Бөгөндән тура бәйләнеш башланғанға тиклем республика халҡы социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала.

Видеоһорауҙарҙы 28 ноябргәсә республика етәксеһенең рәсми сайтына һалырға мөмкин, социаль селтәрҙәрҙә һорауҙар тура бәйләнеш башланғансы һәм хатта тура эфир барышында ла ҡабул ителә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы республика Башлығына һорауҙы нисек бирергә кәрәклеген иҫкә төшөрә.

Нисек һорау бирергә?

Радий Хәбировтың «Тура бәйләнеш»енә ике ысул менән мөрәжәғәт итергә мөмкин:

— социаль селтәрҙә, Радий Хәбировтың «ВКонтакте» һәм «Одноклассники» селтәрҙәрендәге яҙмаларына комментарий ҡалдырырға.

— республика етәксеһенең рәсми сайтында. Бының өсөн видеоһорауҙы махсус бүлеккә урынлаштырырға кәрәк.

Видеоһорауҙы нисек ебәрергә?

Әгәр социаль селтәрҙәр аша һорауҙар өсөн бер ниндәй ҙә талап булмаһа, видеоһорау ебәреү өсөн:

— Дәүләт хеҙмәттәре сайтында авторизация үтергә, иҫәп яҙмаһын актуалләштерергә;

— Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтына инеп, сайттың төп битендә «Госуслуги. Решаем вместе» виджетын табырға;

— «Госуслуги. Решаем вместе» виджетында «Сообщить о проблеме» пунктын һайларға;

— асылған форма аша видеоны беркетергә;

— махсус бүлекте табып, тейешле юлдарҙы тултырырға;

— видеоһорауҙы урынлаштырырға кәрәк.

Видеоға талаптар ниндәй?

Видеояҙмаға талаптар:

 — мобиль ҡушымта ярҙамына ебәргәндә оҙайлығы бер минуттан, файлды компьютер аша тейәгәндә 10 мегабайттан артмаһын;

— видеоны яҡты бинала төшөрөргә кәрәк, һорау биргән кешенең йөҙө асыҡ күренергә тейеш;

 — видеяҙманы төшөргәндә камераны горизонталь рәүештә тоторға кәрәк;

 — тышта төшөргән осраҡта, һорау яҡшы ишетелергә тейеш;

— исем-фамилияғыҙҙы, ҡалағыҙ йәки ауылығыҙ исемен, шулай уҡ районығыҙҙы әйтеп, һорау бирергә кәрәк;

 — иң һуңында был һорауҙың Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш өсөн икәнен әйтеү мотлаҡ.

Һорауҙарҙы дөрөҫ ебәреү тураһында видеоинструкцияны ҡарап белергә мөмкин.

Һорау биреү өсөн күпме ваҡытым бар?

Халыҡтан һорауҙар тура эфир башланғанға тиклем һәм хатта тура эфир барышында ҡабул ителә. Видеояҙмаларҙы 28 ноябргә киске етегә тиклем республика етәксеһенең рәсми сайтына һалырға мөмкин.

«Тура бәйләнеш»те ҡасан һәм ҡайҙа ҡарарға була?

Трансляция 29 ноябрҙә БСТ, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа «Сәләм» телеканалдарында, «Юлдаш» һәм «Рәсәй радиоһы» радиостанцияларында, Башҡортостан Башлығының «Вконтакте» һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһендә, шулай уҡ Республикаға идара итеү үҙәгендә бара. Тура бәйләнеш киске етелә башлана.

«Тура бәйләнеш»кә ғәҙәттә нисә һорау килә һәм республика Башлығы нисәүһенә яуап биреп өлгөрә?

Әйткәндәй, Радий Хәбировтың быйылғы «Тура бәйләнеш»е - уның республика етәксеһе вазифаһына һайланғандан һуң бишенсеһе. Былтыр ул 27 октябрҙә уҙҙы һәм дүрт сәғәткә яҡын дауам итте. Ул саҡта трансляцияны 135 606 кеше ҡараны. Эфир ваҡытында халыҡтан ике меңдән ашыу хәбәр килде, тура бәйләнеш тураһында иғлан ителгәндән алып өс мең һорау ҡабул ителде.

 «Көн һайын беҙҙең идара итеү командаһы республика халҡынан килгән төрлө һорауҙарға яуап бирә. Ошо һорауҙарҙың бер өлөшөнә шәхсән яуап биреү өсөн йылына бер тапҡыр тура бәйләнеш үткәрәм. Минең өсөн бындай диалог бик мөһим», — тип яҙҙы республика Башлығы «Вконтакте» социаль селтәрендәге сәхифәһендә.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас в