- “Нигеҙ” тип аталған ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм өҫтөндә эшләйбеҙ. Был тыуған йортоң менән хушлашыу, атайҙар һәм балалар проблемаһын күтәреп сыҡҡан картина. Фильмға сценарийҙы 2018 йылда уҡ “Атай йорто” тип яҙған инем. 2019 йылда грантҡа биреп ҡараным, үтмәне. Аҙаҡ инде декрет ялында булдым, ижадтан ситләшеп торҙом. Дүрт йыл үтте, донъялар үҙгәрҙе. Мин үҙем инде әсәй булараҡ үҙгәрҙем. Сценарий башҡа төрлөгә әүрелде. Алда уйланған һөлдә ҡалды, әммә икенсе уй-фекерҙәр, идеялар өҫтәлде. Ашҡа тоҙ, тәмләткестәр һалған һымаҡ, төрлө ерҙәрҙән илһам алып өҫтәй барҙым. Бына тиҙҙән, 4—5 йылдан һуң ғына, тамашасыға барып етә.
“Нигеҙ”ҙе беҙ “Росмолодежь.Гранты” тип аталған федераль программа буйынса һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” коностудияһы ярҙамында төшөрҙөк. Әле алда күп эштәр көтөлә. Премьераһын киләһе йылдың яҙына планлаштырабыҙ. Күгәрсен районы халҡы менән эшләгәс, Мораҡта, шулай уҡ Өфөлә, Сибайҙа мотлаҡ күрһәтәсәкбеҙ. Башҡа ҡала-ауылдарҙа ла булырбыҙ! – тип һөйләне режиссер.
#Росмолодежь #РосмолодежьГранты