Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2023, 15:56

Өфөлә “Төбәктең тотороҡло үҫеше факторы булараҡ, Башҡортостанда тел сәйәсәте” темаһына фәнни-ғәмәли конференция үтте

Бөгөн Өфөлә Телдәрҙең төбәк-ара форум-фестивале сиктәренә “Төбәктең тотороҡло үҫеше факторы булараҡ, Башҡортостанда тел сәйәсәте” темаһына фәнни-ғәмәли конференция булып үтте.

Резеда Шәнгәрәева
Фото:Резеда Шәнгәрәева

Был сара “Минең туған телем” программаһына ярашлы уҙғарылды. Уның маҡсаты – телгә ҡағылышлы  проблемаларҙы хәл итеүгә, тел технологияһы өлкәһендә перспективалы йүнәлештәр тураһында  мәғлүмәтлелекте күтәреүгә йүнәлтелгән. Әйткәндәй, телгә ҡағылышлы бындай конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә уҙғарылып килә.

Әлеге конференцияла байтаҡ ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле тәҡдимдәр, сығыштар яңғыраны. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф  идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһарманов  республикабыҙҙа телдәрҙе үҫтереүгә күрһәтелгән иғтибарға байҡау яһаны.

-Республикабыҙҙа бөгөн күләмле сара уҙғарыла. Ул телселәрҙе лә, IT өлкәһендә эшләүселәрҙе лә берләштереүгә йүнәлтелгән. Киләсәктә бар мәғлүмәт, интернетта булһынмы, телевидениеламы, автоматик рәүештә икенсе телдәргә тәржемә ителәсәк. Уларҙың аудио, текст, рәүешендә булыуы мөмкин. Шуның өсөн беҙгә ошо өлкәлә эшләгән телселәр, IT-белгестәр кәрәк. Бөгөнгө һөйләшеүҙәрҙә ошо һорауға ҙур иғтибар бирелде. Ғөмүмән алғанда, беҙҙең республикала телдәрҙе үҫтереүгә ҙур ярҙам күрһәтелә. Полилингваль мәктәптәр асыу ҙа республикабыҙҙа туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. 2024 йылға тиклем Башҡортостанда 12 полилингваль мәктәп асылырға тейеш, уларҙың һигеҙе башҡорт телен өйрәнеүгә маҡсатланған, ҡалған дүртәүһе туған мари, татар, сыуаш, удмурт телдәре йүнәлешендә. Әлегә республикала һигеҙ ошондай мәктәп эшләп килә, - тине ул.

Конференция ваҡытында видеобәйләнеш аша илебеҙҙең башҡа төбәктәренән дә телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға ҡағылышлы сығыштар булды. Уларҙың тәжрибәһе лә сарала ҡатнашыусыларға файҙалы булыр.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева

Читайте нас: