Ҡамыр өсөн:
350 гр он
бер сынаяҡ әсегән һөт
ярты сынаяҡ шәкәр
1 сәй ҡалағы сода
200 гр аҡ май
1 йомортҡа
Ошоларҙы бергә ҡушып, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ, 10-15 минут ял иттерегә ҡуябыҙ.
Шул арала эслек әҙерләйбеҙ.
Эслек өсөн:
ит турағыстан үткәрелгән муйыл (муйыл булмаһа, повидло ла ярай), ҡамырығыҙға ҡарап самалап алығыҙ;
ярты сынаяҡ шәкәр;
2 аш ҡалағы манный ярмаһы;
1 аш ҡалағы көнбағыш майы.
Бөтәһен бергә ҡушып ныҡ ҡына итеп болғайбыҙ.
Әҙер ҡамырҙы уртаса ҡалынлыҡта йәйәбеҙ, түңәрәктәргә киҫеп сығабыҙ, бәләкәй сәй ҡалағы менән муйылды һалып сығабыҙ һәм ныҡ ҡына итеп ҡыҫтырабыҙ.
⏰30 минутҡа духовкаға ҡуябыҙ.
Тәмле генә асыҡ ауыҙҙар әҙер😋
Р/s муйылы шыйығыраҡ һымаҡ күренһә, 2 аш ҡалағы кисель өҫтәгеҙ, шулай итһәң, бешергәндә һуты аҡмай👆
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын🍵🍵🍵184Оценили 184 человека3263