Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2023, 17:16

Табикмәк



1 л һөттө ҡайнатабыҙ
3- 4 йомортҡаны айырым һауытта туҡып һалабыҙ
1 сәй ҡалағы тоҙ
1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы
2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо
Он һалып ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамырҙы яҡшылап болғатабыҙ, шуны 1 сәй ҡалағы сода һалып болғатып табикмәкте бешерә лә башлайбыҙ. Беренсе табаһын майлайбыҙ, ҡалғанын майлап тормайбыҙ, бешкәс, аҡ май менән, кем ярата, ҡаҙ майы менән майлап табынға бирәбеҙ. Тәмле булһын!

Автор:  Рәмзилә Хазиева 

Читайте нас: