Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2023, 19:51

«Ағиҙел» журналының 7-се һанына күҙәтеү

Тышлығынан уҡ йәй “һулышы” бөркөлөп торған һанды ҡабул итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар! Журналдың июль һаны шағирә, яҙыусы, тәржемәсе Тамара Искәндәриә һәм шағир, журналист Салауат Әбүзәрҙең “Даға. Дуға. Доға. Ошо өс һүҙ билдәләмәйме икән булмышты?” тигән бик үҙенсәлекле әңгәмәһе менән асыла. Билдәле яҙыусы Иҙрис Мөҙәрис-Ноғмановтың “Бар ғүмерҙәр һыйған саҡта...” тигән роман-хәтирәһен уҡыусыларыбыҙ яратып ҡабул итте. Был һанда ла әҫәр дауам итә.

«Ағиҙел» журналының 7-се һанына күҙәтеү
«Ағиҙел» журналының 7-се һанына күҙәтеү

“Шиғриәт” рубрикаһында шағирә, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Римма Ғәлимованың һәм шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың өр-яңы шиғырҙары менән танышырһығыҙ.

“Уҙаман” рубрикаһында билдәле сәйәсмән, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Халиҡовтың “Илсе яҙмалары” тигән бик мауыҡтырғыс публицистик әҫәре урын ала.

Был һанда яҙыусы Гөлнур Яҡупованың “Ҡатындар” трилогияһының яҙылыу тарихы, ижад процесы хаҡындағы яҙмаларының аҙағын уҡырһығыҙ.

“Сәсмә әҫәрҙәр” рубрикаһында яҙыусы Миңзәлә Хәлилованың “Тотҡонлоҡта” тигән хикәйәһе тәҡдим ителә.

Ғалимә Луиза Кирәева “Урал урмандары йөрәгеңдә, күңелеңдә – башҡорт далаһы...” мәҡәләһендә шағирә Гөлнара Хәлфетдинованың поэтик донъяһына ҡараш ташлай.

“Журнал уҡыусылар ижады”нда был юлы Айгөл Муллағәләмова һәм Гөлназ Искәндәрованың шиғырҙары урын ала.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ни сәбәптәндер “Ағиҙел”гә яҙылырға онотһағыҙ, подписканы һәр ваҡыт дауам итеү мөмкинлеге бар, ул саҡта инде журнал һеҙгә киләһе айҙан килә башлаясаҡ. Ә инде “Матбуғат йорто”ндағы киосктан килеп алып йөрөү шарты менән айына ни бары 96 һумға ғына яҙылырға була.

Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!

 

Автор:Луиза Кирәева
Читайте нас: