Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июнь 2023, 09:35

Хәбиҙәр журналистарға рәхмәтен еткерҙе

“Башҡортостан” гәзитен, “Башинформ” агентлығын, “Ағиҙел” журналын һәм республиканың башҡа баҫмаларын уҡығыҙ. Махсус хәрби операция тураһында дөрөҫлөк – бында. Ялғанға ышанмағыҙ!" - ти яугирҙәр.

Хәбиҙәр журналистарға рәхмәтен еткерҙе
Хәбиҙәр журналистарға рәхмәтен еткерҙе

Республика киң мәғлүмәт саралары делегацияһының махсус хәрби операция зонаһына сәфәре барышында журналистар Башҡортостан яугирҙәре менән осрашты. Хәрби хеҙмәткәрҙәр хәбәрселәргә килгәндәре һәм ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.

“Республикабыҙ журналистарына беҙгә килеп, үҙҙәре менән ваҡытлы матбуғат һәм махсус ҡорамалдар алып килгәндәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Мотлаҡ рәүештә баҫмаларыбыҙҙы уҡыясаҡбыҙ, Башҡортостан тураһында яңылыҡтар менән танышасаҡбыҙ. “Башҡортостан” гәзитен, “Башинформ” агентлығын, “Ағиҙел” журналын һәм республиканың башҡа баҫмаларын уҡығыҙ. Махсус хәрби операция тураһында дөрөҫлөк – бында. Ялғанға ышанмағыҙ! Беҙҙең ғәйәт ҙур, изге, һәйбәт республикаға һәм уның халҡына ҙур рәхмәт!”, – тигән улар.

Яугирҙәрҙең береһе башҡортсалап бындай сәфәрҙәрҙең һәм тыуған яҡтан килгән хәбәрҙәр һәр ваҡыт ҡыуандырыуын билдәләне.

“Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ, беҙҙең өсөн борсолмағыҙ, һеҙҙән бөтә посылкаларҙы һәм хәбәрҙәрҙе алабыҙ. Беҙҙең менән барыһы ла яҡшы. Беҙ еңәсәкбеҙ! Ура!”, - тип сәләм тапшырған ул Башҡортостанға.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева, "Башҡортостан" гәзитенән.
Автор:Мунир Кунафин
Читайте нас: