Йыл дауамында “Аҡмулла арбаһы” Башҡортостандың байтаҡ төбәктәрен урап, шулай уҡ Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә, илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүгә лә барып етеп, йәмғеһе утыҙҙан ашыу әҙәби кисә, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, яҙыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре һәм уҡыусылар менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Шулай уҡ проект командаһы интернет селтәрендә лә әүҙем эшмәкәрлек алып барҙы. Бигерәк тә республика күләмендә уҙған “Китап бүләк итәм”, “Иң уҡымлы башҡорт хикәйәләре хаҡында бер кәлимә”, “Иң күп китап уҡыусы ауыл” интернет-акциялары һәм бәйгеләре дәррәү барҙы һәм меңәрләгән кешенең иғтибарын йәлеп итте. Өфөнөң “Башҡортостан” концерт залында уҙған, “Ағиҙел” журналының 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Ағиҙелем киң икән, диңгеҙҙәргә тиң икән...” тип аталған кисәбеҙгә иһә меңдән ашыу кеше килде, тамашасы залында алма төшөрлөк тә урын булманы. Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында үткән “Аҡмулла арбаһы” проектының йомғаҡлау сараһы ла ҙур аншлаг менән уҙҙы, биш йөҙҙән ашыу тамашасыны йыйҙы. Шулай уҡ “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә уҙғарған күргәҙмәбеҙҙе һәм презентацияларыбыҙҙы ла меңәрләгән кеше килеп ҡараны.
“Аҡмулла арбаһы” проектының йөҙөк ҡашы - ике томдан торған (1-се том – 532 бит, 2-се том – 700 бит) “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” исемле ҙур йыйынтыҡты әҙерләп баҫтырып сығарыуыбыҙ халҡыбыҙҙың рухи донъяһында ҙур күренеш тип баһаланды, уны тәү сиратта проект сиктәрендә уҙған төрлө конкурстар еңеүселәренә, шулай уҡ “Аҡмулла арбаһы” проектының төрлө райондарҙа әүҙем эшләгән волонтерҙарына бүләк иттек, “Иң күп китап уҡыусы ауыл” бәйгеһенең төрлө номинацияларында еңеүселәргә, проект сиктәрендә әҙәби саралар ойоштороуҙа ярҙам иткән дуҫтарыбыҙға, “Ағиҙел”гә альтернатив яҙылыуҙы күпләп ойоштороусы район китапханаларына тараттыҡ. “Ағиҙел” журналы төркөмөндә махсус ике ижади бәйгеләр ойоштороп (“Ағиҙел” журналының 100 йыллығына арналған фото һәм шиғырҙар конкурстары, “Бишек йыры” конкурсы), төп бүләккә “Ағиҙел”дән 100 хикәйә” китабын вәғәҙәләнек, был ижади бәйгеләрҙә йәмғеһе биш йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.
“Ағиҙел”дән 100 хикәйә” ике томлығыбыҙ яңыраҡ ҙур наградаға лайыҡ булды. 26-28 майҙа Өфөлә уҙған “Китап-байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә уҙған презентациябыҙҙы ҡарағанда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та китаптың үҙенсәлекле баҫма булыуын билдәләгәйне, ошо халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә уҙған “Урал батыр ерендә йыл китабы” тип аталған яңы китаптар конкурсының "Иң яҡшы әҙәби-художестволы баҫма" номинацияһында күмәк авторҙар, аныҡлап әйткәндә "Аҡмулла арбаһы" проекты командаһы әҙерләгән, Башҡортостан башлығы гранты аҡсаһына баҫтырылған "Ағиҙел"дән 100 хикәйә" китабы өсөн "Самрау" нәшриәте икенсе урынға лайыҡ булды! Шулай итеп, әҙәбиәт белгестәре башҡорт хикәйә жанрының антологияһы тип нарыҡлаған китабыбыҙ Рәсәй кимәлендә лә баһаланды.
“Аҡмулла арбаһы” проекты йыл дауамында “Ағиҙел” журналының 100 йыллығына бәйле саралар менән тығыҙ үрелеп барҙы, икеһен дә бер үк команда ойошторҙо, бойомға ашырҙы. Ошо арауыҡ эсендә Белорет, Әбйәлил, Дәүләкән, Илеш, Күгәрсен, Баймаҡ, Хәйбулла һәм башҡа райондарҙың, Ырымбур, Магнитогорск, Мәскәү әҙәби берекмәләре ағзалары менән берлектә лә ҙур эш эшләнде, уларҙың ижадтарына анализ яһалды, офлайн һәм онлайн оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы, һөҙөмтәлә байтаҡ төбәктәрҙән авторҙарҙың ижад емештәре “Ағиҙел” журналы биттәрендә донъя күрҙе, әле папкабыҙҙа сират көткәндәре лә етерлек.
“Аҡмулла арбаһы” ниндәй генә районға бармаһын, һәр ерҙә беҙҙе ҡолас йәйеп әҙәбиәт һөйөүсе, халҡыбыҙҙың рухи донъяһының торошона битараф булмағандар ҡаршы алды, сараларыбыҙҙа ихлас ҡатгашты. “Аҡмулла арбаһы проектының эшмәкәрлеге матбуғат сараларында ла киң яҡтыртылды. “Юлдаш, “Ашҡаҙар” “Россия-24” радиоканалдарында, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм”, “Телеүҙәк” һәм башҡа тапшырыуҙарында, “Рәсәй-Башҡортостан” каналының иртәнге тапшырыуҙарында проект командаһы ағзалары икешәр-өсөшәр тапҡыр сығыш яһаны, әҙәби осрашыуҙарыбыҙ хаҡында шулай уҡ “КүгәрсенТВ”(Күгәрсен районы), “АрғымаҡТВ” (Ейәнсура районы” телестудиялары сюжеттар төшөрҙө, “Башҡортостан”, “Республика Башкортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө”, “Магнитогорский рабочий”, “Табын”, “Атайсал” “Маяк”, “Мораҙым” һәм башҡа гәзиттәр, “Ағиҙел”, “Ватандаш” журналдары, “Башинформ”, Рәсәй журналистар союзы, Рәсәй Яҙыусылар союзы, Рәсәй әҙәбиәтселәр союзы, Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге сайттарында ла мәҡәләләр, мәғлүмәттәр донъя күрҙе. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә генә лә “Аҡмулла арбаһы” менән бәйле биш йөҙҙән артыҡ ҡуйылған.
Проект эшмәкәрлеген интернетта ошо хештегтар аша күҙәтеп барырға мөмкин булды:
#Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы #китап_бүләк_итәм #Иң_уҡымлы_хикәйә
#Ағиҙелжурналы #Ағиҙел_журналы
#ФСГОРБ #ГрантыРБ #Иң_күп_уҡыған_ауыл #Иңкүпкитапуҡығанауыл #Иң_күп_уҡыған_ҡала #Иң_әүҙем_уҡыусы #Иң_күп_уҡыған_ғаилә
#Иң_егәрле_китапханасы #Башҡорт_әҙәбиәтен_иң_әүҙем_пропагандалаусы #Ағиҙел_журналын_иң_әүҙем_таратыусы #Иң_популяр_автор #Иң_уҡымлы_хикәйә һәм башҡалар.
“Аҡмулла арбаһы”нда беҙҙең менән барған, уны тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән барса дуҫтарбыҙға ысын күңелдән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ! Киләсәктә лә бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!