Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2023, 13:28

Мөғжизәле өс көн

Баш ҡалабыҙҙа өс көн буйы барған “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһенә көн дә килһәм дә ундағы бай майҙансыҡтарҙың барыһын да ҡарап бөтә алманым. “Ойоштороу йәһәтенән хатта Мәскәү йәрминкәһенән дә уҙҙырып ебәрҙе”, – тип билдәләне Татарстан һәм Удмурт Республикаһынан килгән ҡунаҡтар.

Мөғжизәле өс көн
Мөғжизәле өс көн

Үрҙә әйткәнемсә, Совет майҙанында халыҡ өс көн дауамында ҡырмыҫҡа иләүендәй мыжғып торҙо.

          Республика Башлығы Радий Хәбировтың әҙәбиәтебеҙгә булған мөнәсәбәте ошо сарала бик һәйбәт күренде. Ил башлығы өс көн дауамында үҙенең тығыҙ эш графигында Китап йәрминкәһенең тантаналы сараларында ҡатнашырға, ситтән килгән ҡунаҡтар, урындағы яҙыусылар,  китап һөйөүселәр менән осрашып һөйләшергә ваҡыт тапты.

          Һис шикһеҙ, был сара йыл дауамында күңелемде  яҡтыртып торасаҡ һәм ундағы тәьҫораттар менән әленән-әле уртаҡлашҡым киләсәк.  

Зөлфиә Ханнанова, "Ватандаш" журналының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире

Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: