Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2023, 13:14

"Китап-байрам"да "Аҡмулла арбаһы" проектының презентацияһы уҙҙы

Халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһенең өсөнсө көнөндә - 28 майҙа Аҡмулла һәйкәле янындағы сәхнәлә Башҡортостан башлығы грантына тормошҡа ашырылған "Аҡмулла арбаһы" проектының презентацияһы уҙыуы ҙур сивмолик мәғәнәгә эйә, шулай бит!

"Китап-байрам"да "Аҡмулла арбаһы" проектының презентацияһы уҙҙы
"Китап-байрам"да "Аҡмулла арбаһы" проектының презентацияһы уҙҙы

Сара башында уҡ проект эшмәкәрлегенә бәйле шиғыр бәйгеһе иғлан итеп, бүләккә "Ағиҙел"дән 100 хикәйә" томлыҡтарын вәғәҙәләгәйнек, һөҙөмтәлә матур ижад емештәрен тәҡдим иткән Мәләүез шағирәһе Рәзилә Ҡотлогилдина менән Бөрйәндән йәш шағир, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Айса Ейәнбаевтар еңеүсе тип табылып, китаплы булдылар.
🎤 Йыл буйы "Аҡмулла арбаһы" менән берлектә булған, төрлө сараларыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡан Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың "Аҡмулла арбаһы" исемле шиғырын уҡыуы байрамдың бер матур биҙәге булды. Әйткәндәй, Ҡәҙим Аралбай "Китап бүләк итәм" акцияһы сиктәрендә шәхси китапханаһында һаҡланған ҡосаҡ-ҡосаҡ китаптарын Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район китапханаларына тапшырып йәш быуынға һоҡланғыс өлгө күрһәтте. 🎤 Билдәле балалар шағирәһе Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина иһә үҙенең сығышында "Аҡмулла арбаһы"ның Мәскәүҙә уҙған китап презентацияһы хаҡында бәйән итте. Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина рухлы шиғырҙары менән байрамға йәм өҫтәне.
🎤 "Аҡмулла арбаһы" проекты сиктәрендә уҙған "Иң күп китап уҡыусы ауыл" республика бәйгеһендә "Йыл яҙыусыһы" тип танылған Гөлсирә Ғиззәтуллинаның быйылғы йылдың әҙәби күренеше булған, халыҡ йығылып ятып уҡыған, ике томлығыбыҙға ла ингән "Яратам тип әйтеп өлгөрмәнем" хикәйәһенең яҙылыу тарихын һөйләүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Ғүмүмән, халыҡтың яратҡан хикәйәсеһе ул Гөлсирә ханым, уны көн һайын сәхнәгә сығарһаң да ялҡмай тыңларға ризалар.
🎤 Луиза Кирәеваның тәүләп "Ағиҙел"дә баҫылған эпостар, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Рәшит Назаров, Рауил Бикбай һәм башҡаларҙың журналға бәйле миҙгелдәре хаҡындағы сығышы ла бик йөкмәткеле булды. Мөнир Ҡунафин "Аҡмулла арбаһы"ның йыл дауамындағы эшмәкәрлеге менән таныштырһа, Гөлнара Хәлфетдинова проекттың барлыҡҡа килеү тарихына туҡталды. Ә "Аҡмулла арбаһы"н ай һайын Башҡортостан буйлап тәгәрәтеп алып йөрөүсе Әхмәр Үтәбайҙың сығышы юморға бай булыуы менән айырылып торҙо.
🎤 Өс көн дауамында барған халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһе тәү сиратта яҙыусыларҙың, китап, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең осрашыу урыны булды, был рухлы өс көндә барса халыҡ, ғәм донъя "Аҡмулла арбаһы"нда тәгәрмәләп барғандай тойолдо һәм был ысынлап та шулай ине!
🎤 Башҡортостан халҡына күңел байрамы бүләк иткән рухлы, дауамлы буласаҡ проект өсөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа, Яҙыусылар союзына һәм уның етәксеһе Айгиз Баймөхәмәтовҡа, Мәҙәниәт министрлығына һәм Әминә Ивний ҡыҙына, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентствоһына һәм уға ҡараған барса редакцияларға рәхмәт! Ҡырҙан килгән ҡунаҡтарҙың сараның ойоштороу кимәленең юғарылығын билдәләп, заманса форматта уҙыуына һоҡланыуҙарына шаһит булдыҡ, тимәк Өфөбөҙҙө Рәсәйҙең мәҙәни үҙәгенә әйләндерерлек потенциал бар беҙҙә!

#Ағиҙел100 #Ағиҙелжурналы #Ағиҙел_журналы #Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы #китап_бүләк_итәм #Иң_уҡымлы_хикәйә #Иң_күп_китап_уҡыусы_ауыл #китапбайрам #ФСГОРБ #ГрантыРБ

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: