Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2023, 13:25

Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары” повестарын ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән

Китап йәрминкәһенә саҡырылған ҡунаҡтар араһында ҡаҙаҡ шағиры Саят Камшыгерҙың да булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды

Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары” повестарын ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән
Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары” повестарын ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителгән

Китап йәрминкәһенә саҡырылған ҡунаҡтар араһында ҡаҙаҡ шағиры Саят Камшыгерҙың да булыуы беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Уның шиғырҙары Кристина Андрианова – Книга тәржемәһендә  журналыбыҙҙың 2021 йылдың 11-се һанында донъя күргәйне.

          Саят Камшыгер башҡорт әҙәбиәтен Ҡаҙағстан Республикаһында танытыу буйынса ла ҙур эш алып бара. Атап әйткәндә, әҙип яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!”, “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары” повестарын ҡаҙаҡ теленә тәржемә иткән.

Зөлфиә Ханнанова, "Ватандаш" журналының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире

 
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: