Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Май 2023, 13:17

"Аҡмулла арбаһы" - "Китап-байрам" йәрминкәһендә

Баш ҡалабыҙҙа өс көн буйы шаулап-гөрләп барған халыҡ-ара "Китап байрамы" йәрминкәһендә "Аҡмулла арбаһы" командаһы ла әүҙем ҡатнашты.

"Аҡмулла арбаһы" - "Китап-байрам" йәрминкәһендә
"Аҡмулла арбаһы" - "Китап-байрам" йәрминкәһендә

26 майҙа байрамға килеүселәр өсөн "Ағиҙел"дән 100 хикәйә" исемле ике томлыҡ йыйынтығыбыҙҙың презентацияһын уҙғарҙыҡ. Марат Кәримовтың йыйынтыҡҡа ингән "Комиссия" исемле шаян хикәйәһен редакция хеҙмәткәрҙәренең ролдәргә бүлеп уҡыуын байрамға килеүселәр айырыуса оҡшатты. Әҫәрҙәре ике томлыҡҡа ингән яҙыусылар Гөлсирә Ғиззәтуллина, Әмир Әминев, Рәсүл Байгилдиндарҙың хикәйәләренең яҙылыу тарихын һөйләүҙәрен дә ихлас ҡабул иттеләр. Ә инде "Ағиҙел"селәр Мөнир Ҡунафин, Әхмәр Үтәбай, Гөлнара Хәлфетдинова, Луиза Кирәева, Салауат Әбүзәр үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыуҙан тыш яҙыусылар тормошонан ҡыҙыҡ хәлдәр хаҡында һөйләүҙәре сараны тағы ла йәнләндереп ебәрҙе. Презентацияны күреү өсөн алыҫ араны яҡын итеп төрлө райондарҙан килеп етеүсе дуҫтарыбыҙға айырыуса рәхмәт! Рәхәтләнеп аралаштылар, яҙыусыларҙан автографтар алдылар, бер юлы "Ағиҙел"гә лә яҙылып өлгөрҙөләр.

#Ағиҙел100 #Ағиҙелжурналы #Ағиҙел_журналы #Аҡмуллаарбаһы #Аҡмулла_арбаһы #китап_бүләк_итәм #Иң_уҡымлы_хикәйә #Иң_күп_китап_уҡыусы_ауыл #китапбайрам #ФСГОРБ #ГрантыРБ

Автор:Гульнара Хальфитдинова
Читайте нас: