Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Май 2023, 20:56

КИТАП БАЙРАМЫ булһын да, бер китап та һатып алма, имеш

Юҡ инде, был беҙгә, алыҫта ҡалған студент саҡтарҙа уҡ стипендияларының һуңғы тиндәренә булһа ла яңы сыҡҡан китаптарҙы һатып алырға өйрәнгән кешеләргә, хас сифат түгел.

Бына был Китап байрамы ваҡытында ла шәхси китапханабыҙ (әйткәндәй, беҙ уны мәрхүм тормош юлдашым, билдәле әҙәбиәт белгесе Илдус Ҡасим улы Бүләков менән ғүмер буйы туплаған инек) байтаҡ ҡына яңы китаптар менән байыны. Шулай ҙа улар араһында иң күңелгә ятҡаны - Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы Сулпан Абдрахимованың үҙҙәренең коллективы менән төрлө саралар үткәреп мәш килеп йөрөгән арала: "Бына, Ғәҙилә апай, китабым сыҡты! Һеҙгә айырым рәхмәт!" - тип ҡулға тоттороп киткән "Тормош дауам итә" тигән китабы булғандыр, моғайын. Сөнки Сулпан Тамимдар псевдонимы аҫтында сыҡҡан был китап - Сибайҙа йәшәгән осорҙан таныш булып, уҙа - барһа бынан 3-4 йыл элек кенә яҙыша башлаған күп яҡлы талант эйәһе Сулпан Абдрахимованың тәүге китабы, тәүге ижад емеше! Ә тәүге китап автор өсөн генә түгел, китап уҡыусылар өсөн дә ныҡ ҡәҙерле бит инде ул! Әсәһе мәрхүмәнән ҡалған монаят камзул кейеп ирәүәндәнеп йөрөп ятҡан Сулпандың миңә айырым рәхмәт әйтеүенең сәбәбе ҡабалан ғына бер ваҡытта (шулай бит инде, был тормошта һәр ваҡыт ҡайҙалыр ҡабаланған, ашыҡҡан булабыҙ...) китапҡа яҙған ҡыҫҡа ғына баш һүҙ менән бәйлелер, тип ҡабул иттем. Әйткәндәй, уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәм. Ә инде китап менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн Сулпандың үҙенә яҙығыҙ, яраймы? 📚📚📚🤗👍💥❤🌈💦

✅Билдәле булыуынса, бынан теүәл 3 йыл элек, коронавирус пандемияһы илебеҙҙе генә түгел, тотош донъяны тигәндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған осорҙа, күптәр фатирҙарына бикләнеп ултырып, дистанцион эш алымына күсергә мәжбүр булды. Бер ямандың - бер яҡшыһы, ти халҡыбыҙ. Шуның һымаҡ, күптәргә иркенләп Интернетта ултырып эшләү мөмкинлеге тыуҙы был осорҙа. Тап шул 2021 йылдың яҙында Бәйләнештә социаль селтәрендәге үҙенең сәхифәһендә С. Тамимдар тигән имза аҫтында кемдер берәү ҡасандыр үҙҙәренең ауылдарында булған ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе, тыуған яғында таралған лаҡаптарҙы бәйән итеп ҡуя башланы. Тәүҙәрәк уларға юлайҡан ғына күҙ йүгертеп кенә үтелһә, тора - бара шаҡтай оҫта яҙылған хәтирә - иҫтәлек рәүешендә лә бәйәнләй башланы үҙенең яҙмаларын был Тамимдар тигәнебеҙ. Ә улар араһында бынамын тигән хикәйәгә дәғүә итерҙәйҙәре лә күренә башлағас, һораша ҡуйҙым : кем ул С. Тамимдар? Баҡтиһәң, ул байтаҡ ҡына йылдар Арслан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театрында эшләп, ярайһы уҡ киң танылыу алған һәм республикаға бихисап арҙаҡлы шәхестәр биргән Баймаҡ ауылының Күсей ауылынан сыҡҡан талантлы актриса Сулпан Абдрахимова булып сыҡты! Эйе, сирек быуатҡа яҡын Сибай ҡалаһында йәшәп киткәнлектән, бик яҡшы хәтерләйем мин Сулпан һәм Венера исемле ут сәсрәтеп торған игеҙәк ҡыҙҙарҙың 80- се йылдар аҙағында Сибай театрында эш башлаған саҡтарын. Иҫ киткес сибәр, талдай зифа буйлы, үҙҙәре талантлы булыу өҫтөнә, уларҙың береһе оҫта бейеүсе, икенсеһе шәп йырсы булараҡ та хәтерҙә ҡалған. Эйе, уларҙың сәхнәлә уйнауын ҡараған күптәр :"Аллаһы Тәғәлә бирһә, бирә бит ул үҙенең яратҡан ҡолона барыһын да!" - тип шартлата ине, аҫылташ һымаҡ балҡып торған ҡыҙҙарға ҡарап. Ә бит уйлап ҡараһаң, аҫылташ та күп ҡырлы булып, уның ҡырҙары, ваҡыт үткән һайын, тағы ла матурыраҡ, тағы ла сағыуыраҡ балҡыуы бер кемгә лә сер түгел! Шуның һымаҡ, һуңғы 2-3 йыл эсендә беҙҙең Сулпаныбыҙ үҙен бынамын тигән хикәйә оҫтаһы булараҡ та танытып өлгөрҙө. Эйе, ҡәләм тирбәтә башлауына әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, шулай уҡ махсус филологик белеме булмаһа ла, Сулпанда Юғарынан бирелгән әҙәби һиҙемләү тигән нәмә көслө: ул үҙенең хикәйәләренең сюжет - композицияһын оҫта, мауыҡтырғыс итеп ҡороу менән бергә, образдарының төп холоҡ - сифаттарын да бик үҙенсәлекле алымдар менән асыуға ирешә. Иң мөһиме, Сулпан Абдрахимова әҫәрҙәренең теле иҫ киткес һутлы, йәнле, халыҡсан! Бына быныһы инде - хәҙерге йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең бик һирәктәренең генә өлөшөнә төшкән көмөш! Тап бына шул бай телле булыуы менән дә күптәрҙең күңелен арбап алды ла инде Сулпандың яҙмалары. Әлбиттә, һәр ялтыраған алтын булмағандай, уның дә һәр хикәйәһен юғары художестволы кимәлдә яҙылған, тип әйтеп булмайҙыр әлегә. Шулай ҙа Сулпан Тамимдар атлы ҡәләм эйәһенә яҙыу һәләте Күктәрҙән бирелгән, тип ныҡлы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Бының шулай булыуына, уның ошо тәүге китабына ингән хикәйәләрҙе уҡып сыҡҡас, һеҙ ҙә инанырһығыҙ, моғайын. Рәхим итегеҙ Сулпан Тамимдар геройҙарының мауыҡтырғыс та, фәһемле лә, ғибрәтле лә донъяһына, ҡәҙерле китап уҡыусылар!

Ғәҙилә Бүләкова, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.

#КИТАПБАЙРАМЫ #КИТАПБАЙРАМ

Читайте нас: