Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2023, 22:47

Ҡырғыҙстанда Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары 7 тапҡыр баҫылып сыҡҡан

Балалар китап уҡый, ул бары ҡыҙыҡ булырға тейеш

Ҡырғыҙстандың "Таалим" нәшриәтенең баш мөхәррире Кыялбәк Аҡматов әйтеүенсә, улар китап-байрамына "Шонкар" йәштәр журналы мөхәррире, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтың ике китабын алып килгән.
— Ҡырғыҙ телендә ике китап баҫтырып сығарҙыҡ: «Көчө балдары» һәм «Жомоксуз балалыҡ». Һәр береһе меңәрләгән дана менән сыҡты һәм шунда уҡ бестселлер булып китте. Һуңғы ике йылда был китаптарҙы 7 тапҡыр яңынан баҫтырҙыҡ инде, сөнки кешеләр уларҙы һорай. Бер китаптың хаҡы 200 соум (беҙҙең аҡса менән 250 һум). Китап уҡыусылар һәм уҡыусылар араһында китаптар популяр. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары был китап буйынса конференциялар, конкурстар ойоштора. Тимәк, балалар һәм үҫмерҙәр китап уҡымай тигән фекер дөрөҫ түгел! — ти Кыялбәк Аҡматов.

Читайте нас: