Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2023, 22:52

Беҙҙә милли республикалар яҙыусылары йыйыласаҡ

Башҡортостанда милли республикалар яҙыусылары союздарының күсмә пленумы үтәсәк.

 Уны Өфөлә 4 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә уҙғарыу күҙаллана. Ошо хаҡта Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Николай Иванов Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Әҙәбиәт аша батырлыҡ дәресе» ижади осрашыуында белдерҙе. Сара «Китап-байрам» беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә ойошторолдо.

"Өфөлә күсмә пленум үткәрергә тәҡдим иттеләр. Милли республикаларыбыҙҙың бөтә яҙыусылар союздары етәкселәре: Ханты-Манси, Коми Республикаһы, Дағстан һәм Чечня менән бөтә Кавказ, Сыуашстан, Мари Иле - барыһы ла һеҙгә киләсәк. Беҙгә нәфис тәржемә туаһында һөйләшергә, бер-беребеҙ менән осрашырға, аралашырға кәрәк", – тип билдәләне Николай Федорович. Яҙыусылар әҙәбиәттә патриотик тема тураһында һөйләне, тәржемә мәсьәләләрен тикшерҙе. Хәрби округта булған шағир-һалдаттарҙың яңы быуыны темаһына айырыуса иғтибар бүленде

Автор:Зөһрә Йәһүҙина

Читайте нас: