Был сара Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы тарафынан тәүге тапҡыр ойошторола. Халыҡ-ара йәрминкәне асыу тантанаһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашып, унда ҡуйылған күргәҙмәне ҡараны, бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскәләр һалды.
Тантана асылыр алдынан республика Башлығының башланғысы буйынса Башҡортостанға изге китаптың ҡайтыуы әһәмиәтле ваҡиға булды. Уның төп нөсхәһе 100 йыл элек Өфөлә булған. Был – Усман Ҡөрьәненең ҡулъяҙма күсермәһе, Ташкентта музейҙа һаҡланған. Изге китап Милли музейҙа ваҡытлыса һаҡланасаҡ.
– Был сараны ойошторғанда уҡ беҙҙә кешеләр килерме, юҡмы икәнлеге хаҡында уйландыҡ. Бөгөн беҙ майҙың һәр һуңғы аҙнаһында Өфөлә «Китап-байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үткәреләсәген иғлан итәбеҙ. Беҙҙе хуплағандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Өфө илебеҙҙең китап баш ҡалаһы тип атауға лайыҡ тип, иҫәпләйем, - тине Радий Фәрит улы, сараны асып.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова байрам менән ҡотлап, видеоҡотлау ебәргән. Сарала РФ Президенты ярҙамсыһы, Рәсәйҙең тарихи мәғариф буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Владимир Мединский, Рәсәй яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй яҙыусыһы Һәм публицисы Николай Иванов, Рәсәй китап нәшер итеүселәр ассоциацияһы президенты Константин Чеченев, Беларусь республикаһы Яҙыусылар Ссоюзы рәйесе урынбаҫары Елена Стельмах, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдин, Башҡортостан Республикаһы Мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Айнур хәҙрәт Бирғәлин ҡатнашты.
Бөгөн халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашырға Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Ҡырғыҙстандан, Ҡаҙағстандан һәм Белоруссиянан 200-ҙән ашыу нәшриәт, букинист, китап магазиндары йыйылды. Бынан тыш, сарала билдәле артистар, яҙыусылар һәм журналистар ҡатнаша. Ә актерҙар Дарья Мороз, Даниил Спиваковский һәм Дмитрий Дюжев нәфис әҫәрҙәр уҡыясаҡ.
Китап йәрминкәһенә ярашлы, Белорусь һәм Башҡортостан республикаларындағы «Беларусь» һәм «Китап» нәшриәттәре, Башҡортостан һәм Беларусь Республикалары Яҙыусылар союздары араһында мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Уларҙың маҡсаты – милли әҙәбиәтте популярлаштырыу.
Совет майҙанында психология буйынса тематик әҙәбиәт менән бер рәттән ваҡытлы әҙәбиәт, моделле китапханалар, кулинария китаптары, ғаилә консультациялары зоналары йәйелдереләсәк. Һәр зонала оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, консультациялар һәм башҡа саралар ҡаралған.
Сара барышында конкурстар, һирәк баҫмалар күргәҙмәләре һәм хәйриә акциялары ойошторола. Ваҡытлы матбуғат, тематик әҙәбиәт менән китап кибеттәре асыласаҡ, яҙыусылар менән осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, уйындар, театр тамашалары ла ойоштороласаҡ. Сараны «кеше Яҙмышы», «Өс Таған» Һәм «Ал елкән» нәфис фильмдарын күрһәтеү тамамлай.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.
Автор:Гөлназ Шәйхетдинова