Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Май 2023, 18:30

«Китап-байрам» йәрминкәһе ҡунағына тарихи бүләк

Президент Владимир Путиндың ярҙамсыһы Владимир Мединскийға шағир һәм публицист Илья Эренбургтың башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлыҡтары тураһында мәҡәләһе менән «Красная Башкирия» (хәҙер «Республика Башкортостан») гәзитенең архив битенең күсермәһе бүләк иткәндәр.    

«Китап-байрам» йәрминкәһе ҡунағына тарихи бүләк
«Китап-байрам» йәрминкәһе ҡунағына тарихи бүләк

 «Китап-байрам» йәрминкәһе ҡунағы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова менән республика гәзит-журналдарында архив мәҡәләләренең күсермәләре менән танышҡан.

          Владимир Мединский төрлө йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитендә баҫылған билдәле совет шағирҙары һәм яҙыусыларының, атап әйткәндә, 1942 йылда башҡорттарҙың батырлыҡтарын һүрәтләгән Илья Эренбургтың мәҡәләһе менән ҡыҙыҡһынған. Кисәгә килгән ҡунаҡ архив материалының күсермәһен ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул иткән.

"Осҡон" гәзитенән
Автор:Минзаля Аскарова
Читайте нас: